Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

“Ҡара йөҙҙәр” — «Нәүрүз» биҙәге

5 июнь Ҡазан ҡалаһында Төрки халыҡтарҙың ХII “Нәүрүз“ Халыҡ — ара театр фестивале тамамланды. Ошо көндө кис Ҡабан күле буйында, асыҡ һауала милли мәҙәниәттәр тантанаһы – фестивалдә ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың ҙур байрамы – йомғаҡлау концерты үтте. Фестиваль сиктәрендә Башҡорт академия драма театры 4 июндә Ғ.Камал театры сәхнәһендә сығыш яһаны. «Ҡара йөҙҙәр» Республикабыҙ Башлығы гранты ярҙамында

Тулыраҡ
Китте оҫта арабыҙҙан …

Рәсәй һәм Башҡортостан театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Ижадташыбыҙ, өлкән дуҫыбыҙ, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы, РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артисы Хәмит Ғатаулла улы Яруллин арабыҙҙан китте. Беҙ күп һанлы тамашасыларҙың, мәрхүмдең барлыҡ туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Хәмит Ғатаулла улының яҡты рухы беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр. Театр коллективы

Тулыраҡ
Һаулыҡ, бәхет Һеҙгә, ветерандар!

4 июндә «Башҡортостан» дәүләт Концерт залында «Ижади саҡырыу» акция – марафонының һуңғы этабы — хәйриә концерты үтте. Ул Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы, «Сәнғәт кешеләре» Мәрхәмәтлек фонды һәм «Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһы» Интернет- порталы тарафынан ойошторолдо. Иҫкә төшөрәйек: 25 октябрҙә театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов старт биргән хәйриә марафонында 500 -ҙән ашыу мәҙәниәт һәм сәнғәт әһеле ҡатнашты. Марафонға

Тулыраҡ
Фестивалгә! «Нәүрүз»гә!

Бөгөн театр ут күршебеҙ Татарстан Республикаһының баш ҡалаһы Ҡазанда 1 июндә башланған Төрки халыктарының XII «Нәүрүз» Халык-ара театр фестиваленә юлланды. Фестивалдә театрыбыҙ «Ҡара йөҙҙәр» (М.Ғафури.А.Абушахманов, Ш.Ғилманова инсц., реж.А.Абушахманов) спектакле менән 4 июндә 20.00 сәғәттә Ғ. Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә сығыш яһай. «Нәүрүз фестивале 5 июнгә ҡәҙәр бара. Унда Төркиә, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан,

Тулыраҡ
Театр – балаларға

1 июнь – Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Өфөнөң И.Яҡутов исемендәге паркында балалар өсөн махсус тамаша ойошторҙо. Куңелле байрам 12.00 — 14.00 сәғ.тиклем дауам итте. Театр артистары: Юлиә Ғәләүетдинова, Гөлназ Хайсарова, Лилиә Ғәлина, Айнур Ситдиҡов төрлө әкиәт персонаждары костюмдарында балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторҙо, улар менән бергә бейене,

Тулыраҡ
Июнь – балалар айы

Июнь айы — йәй башы — тәбиғәттең иң гүзәл миҙгеле. Тирә -яҡтың саф йәшеллеккә, һандуғас, ҡоштар йырына күмелгән, ҡояштың йылы нурҙары күңелдәрҙе иркәләгән мәле, ҡыҫҡаһы, тәбиғәттә — бала сафлығы . Халыҡ- ара балаларҙы яҡлау көнөнөң тап ошо илаһи ваҡытҡа тап килеүе лә осраҡлы түгел кеүек, әйтерһең, йылдың иң матур айы тик балаларға! Һәм беҙ ҙә,

Тулыраҡ
Көсәйә «Самрау», нығына!

27 майҙа Театр янында эшләп килгән «Самрау» Балалар студияһы үҙенең отчет концертын тәҡдим итте. Самраусыларҙың өсөнсө тапҡыр уҙғарылған концерт-имтихандары Бөйөк еңеүҙең 70 йыллығына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 95 йыл тулыуға арналғайны. Балаларҙың был сараға бик етди әҙерләнгәндәре күренеп тора. Ете йәштән ун ете йәшкә тиклемге төрлө йәштәге балаларҙың матур сығыштарын ата-әсәләре, театр

Тулыраҡ
Хәтер кисәһе. Һоҡланыу, юҡһыныу, үкенестәр…

22 майҙа миҙгел тамамланған тантаналы, матур көндәрҙең береһендә театрыбыҙ һәм Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы күренекле режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, оҫта педагог Лек Вәли улы Вәлиевтың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләне. Был дата уңайынан Лек Вәли улының ижади эшмәкәрлегенә арналған буклет нәшер ителде. Хәтер кисәһендә режиссер хаҡында

Тулыраҡ
Хуш, 95-се юбилей миҙгеле!

21 майҙа театрыбыҙ тантаналы рәүештә 95 — се юбилей миҙгелен тамамланы. Был көндө театр коллективы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург Мостай Кәримдең һәйкәлдәренә сәскәләр һалды. Ә кисен театр үҙенең яратҡан тамашасыларына «Хуш, юбилей миҙгеле!» байрам концертын тәҡдим итте. Кисә аҙағында театрҙың художество етәксеһе Олег Закир

Тулыраҡ
Руслан Хайсаров, Ирада Фазлаева: танышайыҡ, йәштәр!

29 май – М. Ғафури ис. Башҡорт дәүләт академия драма театры Күгәрсен районында. Театрҙың Күгәрсен районы үҙәге Мораҡ Мәҙәниәт һарайында уҙасаҡ был сығышы ғәҙәти гастроль сиктәрендә генә түгел, ә ошо райондан сыҡҡан , театрҙың йәш, әммә исемдәре инде билдәле артистары: Ирада Фазлаева менән Руслан Хайсаровты район йәштәре менән яҡындан таныштырыу сараһы булараҡ та ойошторола. Йәштәр

Тулыраҡ
Лек Вәлиев — тере тамсы уйҙарҙа

22 майҙа театрыбыҙҙа күренекле режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Лек Вәлиевтың хәтер кисәһе була. Апрель айында Лек Вәли улына 80 йәш тулған булыр ине. Арабыҙҙан үкенесле рәүештә иртә киткән режиссерҙың бик күп хыялдары тормошҡа ашып өлгөрмәне. Әммә ул ҡалдырған бай рухи мираҫ, яҡты һыны сәнғәт эшмәкәрҙәренең, артистарҙың,

Тулыраҡ
21 май — «Хуш, юбилей миҙгеле! »

Театрҙың 95-се юбилей миҙгеле премьералары, бик күп иҫтәлекле ваҡиғалары, гастролдәре менән бер нисә көндән тарихта ҡаласаҡ. Ваҡиғаларға бай, хәтерҙәрҙә уйылып ҡалырлыҡ, тамашасы һағынып һөйләрлек күркәм миҙгел булды ул һәм театр 21 майҙа — «Хуш, юбилей миҙгеле! » исемле театрлаштырылған концерт менән ошо данлы миҙгелен яба. Байрам тантанаһына театр үҙенең яҡын дуҫтарын, йыл буйы бергә булған

Тулыраҡ