Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Ш.Бабич ис. йәштәр премияһына эштәр ҡабул ителә

Билдәле булыуынса, 1 апрелдән 2013-2014 йылдарға Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүгә эштәр ҡабул ителә. Премия һәләтле йәштәргә ярҙам, уларҙың ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итеү өсөн булдырылған. Бөгөнгө көндә премияның күләме 150 мең һум тәшкил итә. Әҙәбиәт өлкәһендәге әҫәрҙәр – матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң, музыка, театр, һынлы

Тулыраҡ
«Ике төш» — миҙгелдең һуңғы премьераһы

    Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан  тамашасыға тәҡдим ителгән  «Ике төш»   драмаһында һуғыш темаһына  ҡуйылған спектаклдәрҙә  быға саҡлы беҙ күреп  өйрәнгән  һуғыш сәхнәләре лә, пулемет тауышы ла, йә хәрби кейемдәге һалдаттар ҙа юҡ.   Сәхнәлә бары  төҙөлөп бөтмәгән (бәлки, киреһенсә, емерелгән) ағас йорт  фрагменттары һәм ошо фонда  тере хәтер генә бар. Һуғыштың  кешеләр күңеленә һалған  уңалмаҫ  яралары 

Тулыраҡ
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл

   Илдә Бөйөк Еңеүгә 70 йыл тулған осорҙа халыҡ ҡаһармандары, яу яландарында башын һалған һалдаттар, тыл хеҙмәткәрҙәре хәтергә йышыраҡ төшә, күңелдәргә һағыш өҫтәй. Һуғыш үтте, һулышы ҡалды һәм ул ауыр яра булып халыҡ күңелендә мәңге йәшәй. Башҡорт дәүләт академия драма театры Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индерҙе, фронт бригадаларының сығыштыры һалдаттарҙы Еңеүгә дәртләндерҙе. Ижади колллектив бөтә

Тулыраҡ
«Һуғыш хаҡында 70 сюжет» сәнғәт күргәҙмәһе

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры музейы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнала «Һуғыш хаҡында 70 сюжет» сәнғәт күргәҙмәһе ХХ быуаттың иң ҙур фажиғәһе — Бөйөк Ватан һуғышы (1941-1945 й.й.) тамамланыуға 70 йыл ваҡыт үтте. 4 йыл эсендә был һуғыш 26,6 миллион кешене ҡорбан итте, күпме ҡыйралған яҙмыштар, күпме тарих – һанап бөткөһөҙ! Ҡыҙғанысҡа

Тулыраҡ
7 май — сәхнәлә «Ике төш »

Мөҙәрис Бағаев пьесаһы буйынса театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов ҡуйған «Ике төш» драмаһының премьераһы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткән тантаналы көндәрҙә донъя күрә. Спектаклдә һуғыш афәте менән бәйле халыҡ тормошонан ваҡиғалар һүрәтләнә. Үҙәктә балаларын — ул һәм ҡыҙҙарын юғалтҡан Миңзифа яҙмышы. ( РФ-ның атҡаҙанған, БР-ҙың халыҡ артистары Илсөйәр Ғәзетдинова, Суфия Ҡорбанғәлиева, БР-ҙың халыҡ артисткаһы

Тулыраҡ
Харис нисек йүгерҙе?

Күптән тамашасы был ҡәҙәр үк: креслоһынан йығылғансы, эргәһендә ултырған күршеләренән һис тартынмай, һыны ҡатҡансы көлгәне юҡ ине — залдың стеналары ғына түҙһен! Бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, уйланып, ун йылға йәшәреп таралышты премьеранан тамашасы. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса был комедияны сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡуйҙы. Комик ролдәрҙе үҙе лә бик яратып, ғәжәйеп

Тулыраҡ
Хөрмәтле тамашасылар!

«Йүгер, Харис, йүгер…»гә өлгөрөп ҡалығыҙ, йүгерегеҙ! Режиссер — Алмас Әмиров, рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев.

Тулыраҡ
Һағынғанда болоттарға ҡара …

Сәхнәлә ошондай һүҙҙәр менән уның матур фоторәсеме торҙо. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зинира Атнабаеваның тыуыуына 80 йыл тулыуҙы лайыҡлы билдәләне театр. Күренекле актрисаның хәтер кисәһендә барлыҡ коллектив ҡатнашты. Зинира Ҡасим ҡыҙының яҡташтары һәм туғандары, ул уйнаған сәхнәне ололап һәм баш эйеп, ап- аҡ розалар һалды… Кисә Зинира Атнабаеваның ижади һәләтенә, характерына, тәбиғәтенә ярашлы ҡоролғайны.

Тулыраҡ
«Ил яҙмышы – ирҙәр иңендә»

24 апрелдә уҙған Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған тамаша шулай аталды. Илебеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған ҡаһарман яугирҙарҙы данланы был көндө театрыбыҙ. Тылдағы ҡатын-ҡыҙҙар, бала — саға, ҡарт — ҡоролар түҙемлегенә хайран ҡалып, тағы бер һоҡланды йәш быуын. Һуғыш һалған тәрән яралар, ҡыйралған яҙмыштар һәм донъяны ҡайтанан тергеҙеү, кеше рухы, йәшәү ҡәҙере һәм тыныслыҡ хаҡында сәнғәт

Тулыраҡ
Бөйөк Еңеүгә 70 йыл. « ИЛ ЯҘМЫШЫ — ИРҘӘР ИҢЕНДӘ»

24 апрелдә театр сәхнәһендә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған « ИЛ ЯҘМЫШЫ — ИРҘӘР ИҢЕНДӘ» тигән ҙур әҙәби — музыкаль тамаша көтөлә. Унда театрҙың барлыҡ ижади көстәре ҡатнаша. Проект айырым бер спектаклде хәтерләтә һәм тамашасы уның премьераһын тулҡынланып көтә. Тамашаның асылы исеменән үк аңлашыла һәм уның йөкмәткеһе ҡыҫҡаса былайыраҡ. Яҙғы ҡыр эштәрен тамамлап һабантуйға йыйыла

Тулыраҡ