Яңылыҡтар

ҺАУ БУЛ, 2017! ХУШ КИЛӘҺЕҢ, 2018!

2017 йыл Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры өсөн айырыуса матур сараларға, ижади уңыштарға, ғаилә байрамдарына бай булды. Йола булараҡ, үткән йыл менән хушлашҡанда, йомғаҡтар яһайҙар. Театрҙың ижади йылы миҙгелдәр менән билдәләнһә лә, беҙ ҙә матур ғәҙәтте һаҡлап, 2017 йылда үткән мөһим ваҡиғаларға байҡау яһайбыҙ. Премьералар. 2017 йылдың тәүге премьераһы - Илшат Йомағоловтың «Нәркәс»

Тулыраҡ
КОНКУРСТА ЕҢЕҮСЕЛӘРҘЕ ҠОТЛАЙБЫҘ!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Театр+» проекты сиктәрендә рецензиялар конкурсы иғлан иткәйне. Беҙгә килгән байтаҡ хаттарҙан үҙенең бай теле, тулы ҡанлы эстәлеге, спектаклдең темаһы, идеяһы, режиссер, актер, рәссам, композитор эше тураһында матур итеп фекерләүе менән айырылып торған 4 эште билдәләнек. Улар: Гөлдәр Ғафарова, Роза Йәнбирҙина, Ләйсән Шакирова һәм Айгөл Юнысоваларҙың рецензиялары. Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

Тулыраҡ
«САМРАУ» БАЛАЛАР СТУДИЯҺЫ ТЕАТР МИҘГЕЛЕНӘ ЙОМҒАҠ ЯҺАНЫ

25 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының “Самрау” балалар студияһы ижади отчет менән ата-әсәләр һәм тамашасылар алдында сығыш яһаны. Дүрт ай эсендә балалар хореография, вокал, сәхнә теле һәм сәхнә хәрәкәттәре буйынса шөғөлләнде. Режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актерҙар Урал Әминов, Гөлфиә Рафиҡова һәм вокал буйынса уҡытыусы  Екатерина Емельянова студияға йөрөүсе балалар менән эшләне. Студияға барлығы

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Театрыбыҙҙың легендар артистарына республикабыҙҙың юғары наградалары тапшырылды! Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Нурия Ирсаеваны Халыҡтар дуҫлығы ордены, Фидан Ғафаровты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне! Яратҡан артистарыбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, бәхет теләйбеҙ! Фото: ИА "Башинформ"

Тулыраҡ
2018 ЙЫЛ ТЕАТР ӨСӨН ЯУАПЛЫ ЙЫЛ

-тине пресс-конференцияла театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов. Бөгөн "Башҡортостан" дәүләт ТРК-ның "Рәсәй" медиаүҙәгендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 2017 йыл йомғаҡтарына бағышланған пресс-конференцияһы үтте. Унда театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева, режиссерҙар Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм Айрат Абушахманов, театрҙың музыка бүлеге етәксеһе, композитор Урал

Тулыраҡ
ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҒА САҠЫРАБЫҘ

25 декабрь 13.30 сәғәттә «Рәсәй-Башҡортостан» телеканалының медиа үҙәгендә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театырының ижади эшмәкәрлеген йомғаҡлауға арналған пресс-конференция уҙасаҡ. Үткән йыл театр өсөн бик уңышлы булды: Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме...», Т.Миңнуллиндың «Эҙләнем, бәғерем, һине», Д.Урбандың «Мouse story» һәм көтөп алынған Г.Яхина романы буйынса ҡуйылған «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектаклдәренең премьералары аншлаг менән үтте. И.Йомағоловтың

Тулыраҡ
«ЗӨЛӘЙХА КҮҘҘӘРЕН АСА» СПЕКТАКЛЕН «АЛТЫН БИТЛЕК» ПРЕМИЯҺЫНЫҢ ЭКСПЕРТЫ ҠАРАНЫ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының "Зөләйха күҙҙәрен аса" спектаклен (Гүзәл Яхина романы буйынса Ярослава Пулинович инсценировкаһы, Айрат Абушахманов ҡуйылышында) театр белгесе Владимир Спешков (Силәбе ҡалаһы) ҡараны. Спектаклде ҡарағандан һуң театр белгесе Фейсбуктағы сәхифәһендә үҙенең уй-кисерештәре менән бүлешә: "Тиҙҙән, 2019 йылда М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры үҙенең 100 йыллығын билдәләйәсәк. Был датаға арнап илебеҙҙең

Тулыраҡ
ИЖАДИ ОСРАШЫУҒА САҠЫРЫБАҘ

20 декабрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Көрән залында театр белгесе Динора Байтирәкова менән осрашыу үтә. Сара 16.00 сәғәттә башлана. Инеү ирекле. Билдәле театр белгесе, РСФСР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Динора Байтирәковаға ошо көндө 90 йәш тула. ГИТИСты (Л.А.Малюгин һәм П.А.Марков курсы) тамалағас та, Динора Ғаян ҡыҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт

Тулыраҡ
«САМРАУ» КОНЦЕРТҠА САҠЫРА

НИМӘ: "Самрау" балалар театр студияһы ҠАЙҘА: Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә ҠАСАН:  25 декабрь, 19.00 сәғәттә Йыл һайын Яңы йыл алдынан беҙҙең театр эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы үтеп барған йылға йомғаҡтар яһай. Быйыл да "Самрау" студияһы барлыҡ тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе үҙенең Отчет концертына саҡыра. Концерт 25 декабрь 19.00

Тулыраҡ
КИЛӘҺЕ ЙЫЛҒА ЯҢЫ СПЕКТАКЛЬ

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади төркөмө яңы пьеса өҫтөндә эш башланы. Бөгөн театрҙың репетиция залында Алмас Әмиров артистарҙы Ангиза Ишбулдинаның яңы пьесаһы менән таныштырҙы. Премьера 2018-се йылда ҡуйыласаҡ.

Тулыраҡ
«ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ…» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ

8 һәм 9 декабрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының бәләкәй сәхнәһендә Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса "Эҙләнем, бәғерем, һине" спектакленең премьераһы үтә. Ҡуйыусы режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов.Рәссамы - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Альберт Нестеров. Әлмәттән килгән яҡтыртыусы-рәссам Илшат Саяхов сәхнәне ут менән биҙәне, бейетеүсе Ольга Даукаева пластик хәрәкәттәр өҫтәндә эшләне.

Тулыраҡ
Яңы йылға шәп бүләк — «Театрҙа бер кис…»!

Һеҙ яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы, туғандарығыҙҙы театрға саҡырғығыҙ килә, ләкин улар өсөн уңайлы көн йә уларҙың ниндәй спектакль яратҡанын белмәйһегеҙ икән, был акция тап һеҙҙең өсөн! Театр кассаларында бүләк сертификаттары барлыҡҡа килде. Хәҙер дуҫ-иштәрегеҙ, яҡындарығыҙ үҙҙәре уңайлы көн һәм спектаклде һайлай ала. - Сертификат М.Ғафури исемендәге Башҡорт акаедмия драма театры спектакленә урындар булған осраҡта билеттар алыу хоҡуғы

Тулыраҡ