Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Мөхәббәтле ғүмер
02.12.2015

Театрҙың ҙур залында күренекле актриса, драматург, шағир һәм тәржемәсе, РСФСР-ҙың атҡаҙанған Башҡорт АССР-ының халыҡ артисткаһы Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы Янбулатованың тыуына 100 йылға бағышлап матур кисә үтте. Фойела актрисаның ижады һәм тормошона арналған күргәҙмә ойошторолғайны. Сәхнәлә — актрисаның тыуған яғын ҡалдырып, һалда Өфөгә табан юлланыуынан алып, сәнғәт училищеһына уҡырға инеүе, буласаҡ тормош иптәше Мөбәрәк менән танышыуы

тулыраҡ
19, 20 декабрь — сәхнәлә мөхәббәт дастаны — «Йософ һәм Зөләйха»
26.11.2015

Театрҙың «Йософ һәм Зөләйха» (Ҡол Ғәли, Юныс Сафиуллин инсценировкаһы) ҡиссаһы буйынса музыкаль легенда өҫтөндә эшләүе хаҡында тамашасыларыбыҙ хәбәрҙар. Бөгөн ошо күләмле, фәлсәфәүи, илаһи мөхәббәт дастанына репетициялдарҙың ҡыҙған мәле. Музыкаль риүәйәтте сәхнәгә ҡуйыусы – театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, музыка авторы – Урал Иҙелбаев. Ҡуйыусы- рәссам — Альберт Нестеров, хореография һәм пластика яғынан эшләүсе – Сулпан

тулыраҡ
«ЙҮГЕР, ХАРИС, ЙҮГЕР…» Илешкә һәм Силәбе өлкәһенә

Декабрь баштарында популяр «Харис…» ты ҙур марафон көтә: 3 декабрь — Илеш районы үҙәге Үрге Йәркәй, 8-10 декабрь — Силәбе өлкәһе : 8 декабрь- Аша, 9 декабрь – Йүрүҙән, 10 декабрь- Сим ҡалаһы. Тамашасы «Йүгер, Харис, йүгер…» премьера спектакленән бөткөһөҙ донъя мәшәҡәттәренән арынып, ял итеп, уйланып, ун йылға йәшәреп таралыша. Эсфир Йәһүҙин пьесаһы буйынса был

тулыраҡ
Һүрелмәҫ мөхәббәтем

Башҡорт сәхнәһенең һүнмәҫ йондоҙо Рәғиҙә Янбулатованың тыуыуына — 100 йыл. 1 декабрҙә театрыбыҙҙа ошо айҡанлы актриса, шағирә, драматург Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе була. Сарала Рәғиҙә Янбулатова уйнаған спектаклдәрҙән өҙөктәр, уның шиғырҙарына яҙылған популяр йырҙар, шиғырҙар яңғыраясаҡ. Кисәлә бөтә коллектив ҡатнаша. «Рәғиҙә Янбулатова үҙенең йөрәк һүҙҙәрен кешеләргә иң тәүҙә драматик актриса булараҡ

тулыраҡ
Уникаль ижади проект
23.11.2015

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында режиссер һәм драматургтарҙың бер аҙна буйына барған семинар-лабораторияһы «Троя тураһында йыр. Хәҙер һәм ошонда уҡ» тигән спектакль-тренингы менән тамаланды. Идея авторҙары – Искәндәр Саҡаев, Әлиә Яхина, Зиннур Сөләймәнов. Биомеханика буйынса тренингтар, дөйөм практик етәкселекте Искәндәр Саҡаев алып барҙы. Драматургтар менән Владимир Жеребцов эшләне. Музыкаль биҙәлеш — «Йатаған» этно-төркөмө:

тулыраҡ
«Ҡыҙыу ҡыш » һүрәттәр конкурсы

Эйе, эйе! Ҡыш, ысынлап та, бик ҡайнар булмаҡсы! Шулай булмай ни, беҙгә табан эҫе, ҡояшлы Африканан күңелсәк һәм шаян «Маймыл — 2016» исемле ҡунаҡ юлға сыҡҡан бит! Матур итеп ҡаршылайыҡ үҙен! Нисекме? Театрға, төрлө спектаклдәргә, артистарға арнап төшөрөлгөн һүрәттәрегеҙҙе беҙгә ебәрегеҙ (А3 форматы). Иң мөһиме, һеҙ ебәргән барлыҡ эштәр театр музейы коллекцияһында мәңгегә ҡалып, төрлө

тулыраҡ
«Әлифбанан бер себеш»кә күп кәрәкме?
19.11.2015

А.Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» моноспектаклендә күптән бындай хәл булғаны юҡ ине әле! Театрҙың Бәләкәй залы тамашасылар менән шығырым тулы булды. Халыҡ шау-гөр килеп, сәскә гөлләмәләре тотоп, тамашаны түҙемһеҙләнеп көтә. Шаршау артынан ипләп кенә спектаклдә төп һәм ерҙән бер ролде башҡарыусы Алмас Әмиров күҙәтә тегеләрҙе. Өсөнсө ҡыңғырау сыңланы, тамашасыларҙан кеҫә телефондарын һүндереүҙәре һоралды, һәм сәхнәгә Мәүлит

тулыраҡ
Боронғо грек әҫәренән хәҙерге заман драматургияһына табан

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әүреле тураһында яҙғайныҡ инде. 16 ноябрҙән Хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабоаторияһында ҡатнашыусылар билдәле режиссер, Вс.Мейерхольдтың «биомеханикаһы» буйынса белгес Искәндәр Саҡаев менән шөғөлләнеп, көс-дәрт һәм белем тупланы. Ә бөгөн иһә драматургтар менән эш башланды. 14 авторҙың пьесаларын Олег Ханов, Владимир Жеребцов, Айһылыу Сәғитова

тулыраҡ
«Бәхетле һандар» кемгә эләгер?
18.11.2015

Яңы йыл байрамдары алдынан Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы («Россия Культура Башкортостан») дуҫтары һәм партнерҙары менән берлектә «Бәхетле һандар» акцияһын иғлан итә. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла был сараға ихлас ҡушыла. Яңы йылға тиклем театр кассаһынан билет алған кешегә бүләккә телеканалдың кеҫә календары биреләсәк. Уның артында һандар теҙмәһе яҙылған. Башҡортостандағы «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалының иртәнге эфирында

тулыраҡ
Ҡәләмдәрен ослай йәш драматургтар
17.11.2015

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер аҙнаға эксперименталь майҙансыҡҡа әйләнәсәк. Театрҙа хәҙерге заман драматургияһы һәм режиссураһы республика семинар-лабораторияһы уҙғарыла. Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре союзы, Башҡортостан Республикаһы хәҙерге заман драматургияһы үҙәге менән берлектә был сара инде икенсе йыл рәттән уҙғарыла. Тәүге этаптарҙа семинарҙың эксперттары рәүешендә билдәле театр эшмәкәрҙәре: театр белгесе

тулыраҡ
Олжас Жанайдаров менән осрашыу
16.11.2015

15 ноябрҙә сәхнәлә «Джут» (Һуңғы йәйләү ) спектакле барҙы. Премьеранан һуң өсөнсө спектаклгә Мәскәүҙән пьесаның авторы Олжас Жанайдаров килгәйне. Ҡыҙыҡһыныусан, аралашырға яратҡан, әүәҫ әңмәсе — утыҙ биш йәшлек Олжас баш ҡалабыҙ Өфөлә бер көн булып, ике төн уҙғарҙы. Пьсесаһы буйынса режиссер Айрат Абушахманов ҡуйған «Джут» спектаклен ҡараны, спектакль хаҡында фекерҙәре менән, донъяға ҡарашы, шәхесе хаҡында

тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!
06.11.2015

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Кәримованы ҙур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бөтә ғүмерен, бар һәләтен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған күренекле сәхнә оҫтаһы Роза Шәйхетдин ҡыҙына йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, йәшлек дәрте, шатлыҡлы көндәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ! Башҡорт сәхнәһенең аҡсарлығы Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

тулыраҡ