Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

«Күңелле кулиса»нан күңелләнеп һәм дәртләнеп!

Ғәжәйеп күңелле, яҡты һәм серле ул март менән апрель күрешкән миҙгел. 30 март Б.Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда Халыҡ-ара театр һәм 1 апрель көлкө көнө уңайынан «Күңелле кулиса» — театрҙарҙың көлкө кисәһе булды. Быйыл был сара 15-се тапҡыр ойошторолдо. Унда БР-ҙың халыҡ артисы Алмас Әмиров, йәштәрҙән Руслан Хайсаров, Регина Ишбулатова, Юлиә Ғәләүтдинова, Зилиә Хәлилова, Лилиә Ғәлина,

Тулыраҡ
Бенефистар булып торһон!

27 Март Халыҡ — ара театр көнө театрыбыҙҙа күтәренке рухта үтте. Байрамдың төп ваҡиғаһы — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевтың юбилей бенефисы булды. Был көндө артист Ж-Б.Мольерҙың «Һаран» комедияһында төп ролде башҡарҙы.

Тулыраҡ
«Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәренә лайыҡлы бүләктәр

26 мартта Театрҙың Бәләкәй залында Өфөнөң «Илһам» балалар һәм үҫмерҙәр әҙәби конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Конкурста барлығы 250-нән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашты. М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры конкурстың ойоштороусыһы һәм спонсорҙарының береһе булараҡ сығыш яһаны. Был конкурс баш ҡалала инде икенсе тапҡыр уҙғарыла Быйыл конкурс «асыҡ» тип иғлан ителгәндән һуң унда Өфөнән генә

Тулыраҡ
Хөрмәтле дуҫтар!

Һеҙҙе 27 Март – Халыҡ-ара Театр көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Байрам уңайынан барығыҙға ла ижади уңыштар, рухи берҙәмлек хисенең тағы ла артыуын, бөтмәҫ алҡыштар, сәләмәтлек һәм илһамлы тормош теләйбеҙ!

Тулыраҡ
Юбилей бенефисына классик роль

Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшевҡа — 55. Йәше менән дә, эше менән дә ил ағаһы ҡорона еткән сәхнә оҫтаһын юбилейы менән ҡотлап яңынан — яңы ижади үрҙәр, ныҡлы сәләмәтлек, илһамлы тормош теләйбеҙ! «Утыҙ йыллыҡ ижад багажымда төрлө пландағы – герой -романтик, тәрән фәлсәфәүи эстәлекле, комик, трагик, психологик ролдәрем

Тулыраҡ
Премьеранан күтәренке кәйеф менән!

21 март, ниһайәт, донъя һараны Гарпагон Өфө тамашасыһына үҙ «ҡайғы»һын һөйләп, илай — көлдөрә «хәсрәт»тәрен түкте, «Аҡса – аҡсаҡайҙарын — иң ғәзиз туғанҡайҙарын» һәр ваҡыт кемдеңдеңдер урларға йөрөүен уйлап ҡайғырыуын түкмәй – сәсмәй һөйләп бирҙе һарандарҙың — һараны, бай Гарпагон ҡарт. Тамашасы илағансы көлдө лә, йәлләне лә үҙен: ысынлап та, улы кәләш алһа, ҡыҙы бирнәһеҙ

Тулыраҡ
Әҙәби тирмә «Йәшәргә ваҡыт»

23 март 19.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында билдәле яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллина менән осрашыу үтәсәк. Яҙыусы Гөлсирә Ғайсарова-Ғиззәтуллинаның әҫәрҙәре уҡыусы күңеленә күптән юл тапҡан. Гүзәл затты тулҡынландыра торған хәл-ваҡиғалар һәм шул ваҡиғалар эсендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙың кисерештәре, эш-ғәмәлдәре, холоҡ-фиғеле тураһындағы әҫәрҙәр уҡыусыға ифрат оҡшай. Ул әҫәрҙәрҙең геройҙары үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе, донъяны яҡшыраҡ аңларға, ҡәҙимге нәмәләргә лә башҡасараҡ ҡарарға

Тулыраҡ
Искәндәр Саҡаев: бөгөнгө сәхнәгә — төрлөлөк һәм көтөлмәгәнлек

21 март театр сәхнәһендә юбилей миҙгеленең сираттағы премьераһы – Жан Батист Мольер пьесаһы буйынса «Һаран» комедияһы. Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Искәндәр Саҡаев. Төп ролдә — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев. Ошо ваҡиға уңайынан 20 март, йома көн режиссер Искәндәр Саҡаев республикабыҙҙың матбуғат, радио, телевидение журналистары менән осрашты. Театрҙа матбуғат конференцияһы был юлы бик

Тулыраҡ
21 март — сәхнәлә бөйөк «Һаран»!

«Аҡса — аҡсаҡайҙарым, Бахыр түғанҡайҙарым. Алтын-алтынҡайҙарым, Иң ҡәҙерле дуҫтарым!», — донъяла аҡсаларынан башҡа бер ни ҙә күрмәгән, берсә йәлләткес, берсә көлдөргөс һаран Гарпагон (Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев) шулай һамаҡлай…. Күҙенә бурҙар күренә һәм ул «Ҡайһы яҡҡа йүгерергә? Әллә йүгермәҫкә микән?»,- тип гел икеләнә… Аңлағанһығыҙҙыр, дуҫтар, Театр сәхнәһендә

Тулыраҡ
Бенефис – сәхнәгә йәм, йәнгә — көс

14 март, тамсылар тамып, күңелдәрҙе иләҫләндергән йылы, сағыу көндө үтте Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысованың күркәм бенефисы. «Бенефис» тигәндә, «батырға ла ял кәрәк», тигән әйтем иҫкә төшә. Улай тиһәң, бенефис көндө артист уғата ҙур яуаплылыҡ тойоп, икеләтә нығыраҡ тулҡынланыу менән эшләй сәхнәлә — иң тәү тамашасыһын уйлай ул, ә ҡотлау, тәбрикләүҙәр һуңғы нәүбәттә…

Тулыраҡ
Юбилейың менән, актриса!

14 март — Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Эльвира Юнысованың юбилей бенефисы — Р.Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@.тущка.ru” заманса комедияһы. Актриса был спектаклдә замана үҙгәрештәрен аңларға тырышып, тормошон үҙенсә ыңғай яҡҡа үҙгәртергә тырышып йәшәп ятҡан етеҙ, дәртле ауыл ҡатыны — Рәмзилә ролендә сығыш яһай. Эльвира Әхтәм ҡыҙы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры труппаһына 1983 йылда Өфө дәүләт

Тулыраҡ