Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Ҡотлайбыҙ!
14.10.2015

Башҡортостан Республикаһы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр араһынан икенсе турға үтеүсе ижади коллективтарҙы һәм авторҙарҙы билдәләп үттеләр. Бүләкләнеүселәр араһында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының йәш артистары Руслан Хайсаров (Ҡара юрға), Ирада Фазлаева (Маҡтымһылыу) һәм Урал Әминов (Мәсем хан) та бар. Театрыбыҙҙың визит карточкаһына әйләнгән «Маҡтымһылыу,

тулыраҡ
Ҡупты туфан, эй, ҡуҙғалды…
08.10.2015

5-11 октябрҙә Ҡазанда Ғ.Камал һәм К.Тинчурин театрҙарында Туфан Миңнуллин иҫтәлегенә бағышланған театраль декада үтә. Был саранан Туфан ағайҙың байтаҡ әҫәрен сәхнәгә сығарған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла ситтә ҡалманы. 6 октябрҙә Ҡазан тамашасыһын «Мин – ҡатын -ҡыҙ» спектаклен күрһәтте. Туфан Миңнуллиндың киң билдәле «Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр» пьесаһына театрҙың йәш режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев

тулыраҡ
Миҙгел асты «…Ҡара юрға»
05.10.2015

2 октябрҙә театр 96 -сы ижад миҙгелен асты. Тамашасылар, баш ҡала ҡунаҡтары, театрҙың күп һанлы дуҫтары фатихаһы менән, тантаналы шарттарҙа башланы театр үҙенең сираттағы ижад миҙгелен. Спектакль алдынан тәҡдим ителгән концерт барышында уҙған миҙгелдә эшләнгән эштәр, премьера спектаклдәре, гастролдәр, фестивалдәрҙә ҡатнашыу хаҡында йәнә бер иҫкә төшөрҙө концертты алып барыусылар, алдағы миҙгелгә пландар менән уртаҡлашты. Дәртле

тулыраҡ
«Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» фотоальбомына Диплом !
01.10.2015

Беҙгә алыҫ Төркмәнстан Республикаһынан ҡыуаныслы хәбәр килде. З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы Ашхабадта уҙған Китап йәрминкәһенең («Художестволы баҫма» номинацияһы) Дипломына лайыҡ булды. Был йәрминкәлә Рәсәйҙең 30-ҙан ашыу китап баҫыу һәм таратыу учреждениелары ҡатнашты. Юғары баһа алған «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады » фотоальбомы, уникаль баҫма булараҡ, Төркмәнстан

тулыраҡ
2 октябрь — яңы ижад миҙгелен асыу!
29.09.2015

Йәй буйы тамашасыһын үллеп һағынған сәхнә геройҙары ошо — ара «кем яңы миҙгелде аса? » тип «ысынлап» бәхәс башлаған, имеш. Шул саҡ, йөрәге Маҡтымһылыу тип ярһыған, ҡыйыу Әбләй, кеше рухлы, үрәпсеп торған сая Ҡара юрғаһына атланып, елдәй елеп инеп, көр тауыш менән: «Беҙ!» тигән ти, Һәм… барыһы ла тын ҡалған… Был бәхәстең шаһиты булған сәхнә

тулыраҡ
Йөҙ йыллыҡҡа ҡала 4 миҙгел
28.09.2015

28 сентябрҙә 96 — сы ижад миҙгелен асыр алдынан театр етәкселеге, режиссер һәм артистарҙың республика матбуғаты, радио, телевидение журналистары менән осрашыуы булды. Был ихлас әңгәмәлә яңы миҙгелдә ниндәй премьералар буласағы, фестивалдәр һәм гастролдәр ойоштороласағы хаҡында театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов уртаҡлашты. Ғөмүмән, пресс- конференцияла театрҙың яңы ижад миҙгеленә ҡағылышлы күп кенә һорауҙар булды. Балалар өсөн

тулыраҡ
Ҡотлайбыҙ!

Олег Хановҡа «Василий Шукшин» миҙалы

тулыраҡ
Ҡыр ҡаҙҙары оса йылы яҡҡа…
23.09.2015

Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районында ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, яҙыусы Хәниф Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләне яҡташтары. Был сарала СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова ла ҡатнашты. Шундай ҙа бәхетле тап килеү: Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Ҡыйғы районы Йыланлыға күренекле шағир, драматург, театрыбыҙҙа бер нисә йыл әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән әҙип, ғүмер

тулыраҡ
«Театр төнө » — яҡты, нурлы, сағыу байрам!
21.09.2015

19 сентябрь «Театр төнө» акцияһы уҙған төн быйыл уғата йылы булды, ағастарҙан яй ғына һары япраҡтар һибелеп, йомшаҡ ел йәндәрҙе иркәләне. Театрға килгән Һәр кем мөғжизә көтөп ашҡынды. Өлкәндәр Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле янында уйнаған театр оркестрын тыңлаһа, (кескәйҙәр театр майҙанына йыйылды). Һәйкәлдең артҡы яғында сығыш яһарға үҙ сиратын көтөп торған артистар, араларында әллә ҡайҙан күҙгә

тулыраҡ
Ҡазан ҡунаҡтары менән «Ихлас» та
17.09.2015

Ай-һай, исеме есеменә тура килә ихласлығы менән үҙенә ылыҡтырып торған был иман йортоноң. Театрыбыҙҙа барған һәр ваҡиғаға, һәр премьераға ҡыҙыҡһыныу белдерә уның етәкселеге, бигерәк тә «Ихлас» мәсетенең имам-хатибы Мөхәмәт хәҙрәт Ғәлләмов. Был юлы ла баш ҡалабыҙҙа Ғәлиәскәр Камал театры гастролдәре барған мәлдәрҙә, күрше республика ҡунаҡтарын ҙурлап, хөрмәт күрһәтеп, Башҡорт академия драма театры коллективы менән бергә

тулыраҡ
Күңелдәрҙе балҡытыр «Театр төнө»
16.09.2015

19 сентябрҙә уҙасаҡ «Театрҙар төнө» акцияһына етди әҙерлек башланды, һәм, шуны ла билдәләргә кәрәк, был юлы «Театрҙар төнө» программаһы тағы ла байыраҡ һәм ҡыҙыҡлы булмаҡсы. Сараға килгән һәр тамашасы театрлаштырылған тамаша-спектаклдәр ҡарап, актерҙар, театр һәм сәхнә арты мөхите менән яҡынданыраҡ танышып, төрлө спектаклдәрҙән персонаждарға үҙенең һорауҙарын биреп, улар менән аралашып, иҫтәлеккә фотоға төшә аласаҡ. Ә

тулыраҡ
Миҙгелдең тәүге премьераһы – балалар өсөн әкиәт
15.09.2015

96-сы миҙгел әлегә асылмаған, ә театрҙың кескәй тамашасыларын ҡаршылау өсөн спектакле әҙер ҙә инде. Ул — А. Волковтың «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» (Волшебник изумрудного города) тигән әҫәре буйынса әкиәт. Хәйер, был миҙгелдә лә театр репертуарында иң талапсан тамашасының да зауығын ҡәнәғәтләндерерлек төрлө жанрҙағы спектаклдәр күп буласаҡ: драма һәм трагедия, мелодрама һәм мюзикл, музыкаль комедия һәм тәрән

тулыраҡ