Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Театр «портфеленә» «Ике хат»

6 февралдә билдәле журналист, драматург Мөҙәрис Багаевтың яңы әҫәре- «Ике хат» пьесаһы менән танышыу булды. Мөҙәрис Багаев байтаҡ йылдар Ишембай ҡалаһының “Торатау” гәзитендә эшләй. 2006 йылда балалар өсөн яҙылған “Төпһөҙ күлдең төбө нисә ҡат?” тип исемләнгән тәүге китабы донъя күрә. Тағы ике йылдан “Мәк сәскәһе” тигән хикәйәләр йыйынтығы баҫыла. Һуңғы йылдарҙа “Беҙ үҙебеҙ юрматы”, “Ярыҡ

Тулыраҡ
Музейҙан бүләк!

« Иҫтә, һаман да иҫтә …» афиша — календарь биттәрендә! (Эльмира Мусина дизайны) Календарь айлап сыға — һәр биттә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1970-1980 йылдарҙа барған иң популяр спектаклдәренән күренештәр урын ала барасаҡ. Хөрмәтле тамашасылар! Хәтерҙәргә уйылған, иҫтән һис юйылмаған спектаклдәрҙән күренештәр — театрҙың сайтында урын ала барасаҡ календарь биттәренән үҙегеҙҙең коллекцияғыҙҙы

Тулыраҡ
Хөрмәтле театр һөйөүселәр !

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры «Февраль бурандары» исемле конкурс айлығы иғлан итә. Унда ҡатнашыу өсөн: 1. Театр тураһындағы викторина һорауҙарына яуап биреү (2015 йылдың 1 – 9 февралгә тиклем); 2. Театр тарихы буйынса белемегеҙҙе күрһәтеү (актерҙар, режиссерҙар һ.б. биографияһы буйынса һорауҙар) кәрәк (2015 йылдың 10 – 19 февралгә тиклем) ; 3. «Тамашасыларҙың

Тулыраҡ
Театр Әҙәбиәт йылын аса

«Уҡымай башлаған кеше фекерләүҙән туҡтай» Д.Дидро, француз яҙыусыһы һәм философы. «Үҙ әҙәбиәтен онотҡан халыҡ үлемгә дусар ителгән» Ризаитдин Фәхретдин. 29 ғинуарҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Әҙәбиәт йылын рәсми асыу тантанаһы була. Был көндө сәхнә әһелдәре тамашасы менән ижтимағи — мәҙәни тормошобоҙҙа әҙәбиәттең роле, милли драматургия һәм театр хаҡында һүҙ алып барасаҡ.

Тулыраҡ
Әҙәбиәт йылы эмблемаһы раҫланды

Эмблеманың иң яҡшы проекты конкурсы еңеүсеһе — рәссам, «Рампа» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогий. Эмблеманың төп элементы — ҡаҙ ҡаурыйы. Ҡаурыйҙың өҫкө өлөшө Пегас йәки Аҡбуҙат ҡанаты рәүешендә, ҡаурый өҫтөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Эмблеманың аҫҡы өлөшөндә башҡорт һәм рус телдәрендә 2015 йыл, Әҙәбиәт йылы тип яҙылған. Конкурсҡа рәссамдарҙан, ябай кешеләрҙән, шул иҫәптән балаларҙан да 114

Тулыраҡ
25 ғинуар — Бәләкәй сәхнәлә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк)

Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров башҡарған «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) моноспектакле бик популяр һәм ул бик күп тамашасыларҙың яратҡан әҫәре. Тәү нәүбәттә спектаклдең йөкмәткеһе, ғәҙәти булмаған формаһы һәм артистың башҡарыу оҫталығы арбай тамашасыны. Спектакль һуңғы ике йылда ғына ла 4 тапҡыр Халыҡ -ара кимәлдәге театр фестивалдәрендә ҡатнашты: Украина, Литва,

Тулыраҡ
Ауыр юғалтыу

Башҡортостан һәм Рәсәй мәҙәниәте, драматургияһы һәм театр сәнғәте ауыр юғалтыу кисерҙе. Арабыҙҙан 67-се йәшендә күренекле драматург, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Дәүләт Һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Флорид Миңлемулла улы Бүләков китеп барҙы. Ф.М.Бүләков 1948 йылда Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында тыуған. Бөрө дәүләт педагогия институтынан һуң респбликаның төрлө матбуғат

Тулыраҡ
Һөйөнсө! Ҡотлайбыҙ!

Театрыбыҙҙың иң сағыу һәм талантлы актерҙарының береһе Урал Әминевты Рәсәй Дәүләт Хөкүмәте тарафынан мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре өсөн булдырылған дәүләт стипендияһына лайыҡ булыуы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Беҙ Уралға киләсәктә лә яңынан-яңы ижади үрҙәр яулауын, сәләмәтлек, дәрт һәм илһам, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ!!!

Тулыраҡ
2014 йыл йомғаҡтары

«Өфөнөң йәме, халыҡтың ғәме» — М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2014 йылда булып уҙған иң мөһим ваҡиғалар хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Театр миҙгеле хас та мәктәп балаларының тотош бер уҡыу йылы, тиерһең: алтын көҙҙә башланып, йәмле йәйгә тамамлана. Ә ҡыш — Яңы йыл байрамдарында — миҙгелдең ҡап уртаһы. Миҙгел уртаһы булыуға ҡарамаҫтан йыл тамамланыу

Тулыраҡ
Театр — әҙәбиәт йылына

20 ғинуарҙа театрыбыҙҙың бер төркөм артистары билдәле шағирә Лариса Абдуллина ижадына арналған әҙәби – музыкаль кисә менән Дәүләкән ҡалаһына юллана. Театрҙың тамашасы яратып ҡараған — «Ҡыҙҙар моңо – моңо халҡымдың» шиғри – музыкаль проекты сиктәрендәге был кисә (проект авторы — Хөрмәтулла Үтәшев) башланып торған 2015 — Әҙәбиәт йылына арнала. Лариса Абдуллинаның тыуған яғында уҙғарыласаҡ был

Тулыраҡ