Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52

Яңылыҡтар

Йыл башланды, үҙ хәстәре менән …

Оҙайлы Яңы йыл каникулдарынан һуң тирә — яҡта йәнә йәнлелек. Ғинуар һалҡынлығына, ҡар — буранына ҡарамай кешеләр эшкә ашыға. Театр өсөн юбилей йылы тамамланһа ла юбилей миҙгеле дауам итә һәм әлеге мәлдә уның иң ҡыҙған осоро. Ваҡиғаларҙың иң мөһимдәренең береһе — йылдың тәүге премьераһы өҫтөндә эш — Б.Бикбай пьесаһы буйынса (сәхнә өсөн Х.Иргалин версияһы) «Ҡаһым

Тулыраҡ
Күңелгә дәрт, йәнгә дауа – театр

Хөрмәтле дуҫтар, ҡәҙерле тамашасыларыбыҙ! Һеҙҙе Яңы 2015 йыл һәм Раштыуа байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Яңы йылда һәр ҡайһығыҙға яңы уңыштар, рухи күтәренкелек, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, имен тормоштар юлдаш булыуын теләйбеҙ! Өр- яңы йыл шатлыҡҡа, яҡты хистәргә тулы аҡ көндәре менән сағыу хәтирәләр ҡалдырһын! Яңы йыл каникулдарында иң яҡшы ял, әлбиттә, театрға барыу, зауыҡлы, күңелгә хуш

Тулыраҡ
Аты ла бар, дәрте лә!

27 декабрҙә театр сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғоловтың 80 йәшлек юбилейы уҙғарылды. Юбиляр был көндө Н.Ғәйетбаев пьесаһы буйынса «Аты барҙың- дәре бар» комедияһында Һатыбал ролендә сығыш яһаны. Башҡа ролдәрҙә – БР-ҙың халыҡ артистары – Әхәт Хөсәйенов (Ҡотлобай), Рамзиә Хисамова (Шәмсебикә), Илдар Ғүмәров (Зәкирйән), СССР-ҙың халыҡ артисткаһы Гөлли Мөбәрәкова (Балбикә), БР-ҙың халыҡ, РФ-ның атҡаҙанған артисткаһы

Тулыраҡ
«Самрау»ҙың Яңы йыл әкиәте бик оҡшаны

25 декабрҙә Театр янындағы «Самрау» Балалар театр студияһы Яңы йыл байрамы уңайынан үҙенең өр-яңы спектаклен тәҡдим итте. Шыршы байрамын балалар бигерәк тә ярата, ә яңы йыл сюжетына ҡоролған серле, мөғжизәле әкиәттә ҡатнашып, ата- әсәләре, класташтары, уҡытыусылары, театр артистары алдында уйнау бәләкәй артистарға икеләтә шатлыҡ һәм ҙур һынау булды. Студия тәрбиәләнеүселәренең йөҙҙәрендә был көндө нур балҡыны,

Тулыраҡ
Олег Хановҡа төп театр премияһы – К.С.Станиславский исемендәге премия тапшырылды

Мәскәүҙә Станиславский исемендәге халыҡ-ара театр премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы һәм художество етәксеһе Олег Ханов был премияға «Актер оҫталығы. Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында лайыҡ булды. Был номинацияла шулай уҡ йәш театр һәм кино актеры Данила Козловский билдәләнде. Йәмғеһе 11 номинацияла 12 театр әһеле, шул иҫәптән Бөйөк

Тулыраҡ
Рухланды бөтә республика , гөрләп торҙо бар Өфө!

19 декабрь юбилей кисәһе көндө театр хеҙмәткәрҙәрен ҡотлауҙар көндөҙ үк башланғайны. «Бөгөн республиканың театр сәнғәтендә генә түгел, тотош илебеҙ мәҙәниәтендә тарихи ваҡиға. Рәсәйҙәге иң олпат һәм абруйлы милли коллектив, халҡыбыҙҙың төп театры , рухи терәге, илһам сығанағы булған бай тарихлы Мәжит Ғафури исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 95 йыллыҡ

Тулыраҡ
«Иҫтә, һаман да иҫтә…» Фоторәсемдәр күргәҙмәһе

Башҡорт академия драма театры ижадының иң сағыу һәм ҡыҙыҡлы этаптарының береһе — 1970-1980 йылдарға арнала аҡлы- ҡаралы фоторәсемдәрҙән торған мауыҡтырғыс Күргәҙмә. Тап ошо осор режиссерҙар Вәли Ғәлимовтың, Шәүрә Мортазинаның, Лек Вәлиевтың, Рифҡәт Исрафиловтың, Вәзих Сәйфуллиндың художество йәһәтенән иң әһәмиәтле спектаклдәре донъя күрә, Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова, Заһир Вәлитов, Олег Ханов, Әхтәм Абушахманов, Нурия Ирсаева, Фидан

Тулыраҡ
Биш бесәйҙең биш башына емерелмәһен өй башы

Бишәүме, алтаумы улар әкиәттә (Ш.Перро «Итекле бесәй»), кем һанаған, әммә күмәк улар, урам бесәйҙәре. Ә йырҙары, ай — һай, ҡолағың ғына түҙһен! Мыраубайҙарҙың яратҡан урыны ул ҡыйыҡ башы. Бында яҡты, йылы, йәнде ҡояш иркәләй, иң мөһиме, кемде кем рәнйетә – барыһы ла ус төбөндәгеләй күренә. Ә бесәйҙәр бер кемде бер кемгә рәнйетергә юл ҡуймаҫ! Бына

Тулыраҡ
Юбилей тантанаһы алдынан матбуғат конференцияһы

15 декабрҙә театрҙың художество етәксеһе Олег Ханов, баш рәссам Альберт Нестеров, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Тәнзилә Хисамова, театр белгесе Айһылыу Сәғитова, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев театрҙа ойошторолған юбилей алды матбуғат конференцияһында «Башҡортостан», «Киске Өфө», «Ҡыҙыл таң» «Башкортостандың мәҙәни донъяһы», «Тамаша», «Башинформ», «Аргументы и факты», «Действие», «Панорама Башкортостана» һәм башҡа бик күп газета һәм журнал редакциялары, радио һәм

Тулыраҡ
Артистар тормошонан ҡыҙыҡлы хәлдәр

Йәйәүләп «своим ходом» Элегерәк, бигерәк тә 80-се йылдар урталарында спектаклдәр менән театр Өфөнөң Черниковка биҫтәһендә — «Химик», йә Машина төҙөүселәр Мәҙәниәт һарайҙарында сығыш яһай. Спектакль башланыуға күпмелер ваҡыт ҡалғас театр автобусы, артистарҙы туҡталыштарҙан юл буйлап йыйып, ултыртып ала. Бер мәл Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Сәғитова спектаклгә үҙ яйы менән — « Өфө универмагы»нан ултырып йәмәғәт

Тулыраҡ
80 йәшең менән, сәхнәбеҙ аҡһаҡалы!

27 декабрҙә — барса ғәләм яңы йылға аяҡ баҫырға әҙерләнгәндә театрҙа Башҡортостандың халыҡ артисы, өлкән сәхнә оҫтаһы, халыҡсан ижады, йөҙәрләгән ролдәре менән нисәмә быуын тамашасыһын илһамландырып йәшәгән Башҡортостандың халыҡ артисы Муллаян Сөйәрғоловтың ҙур юбилейы билдәләнә. 80 йәшкә ҡәҙәр сәхнәлә ролдәр уйнаған ҡайһы артисты хәтерләйбеҙ икән? Театр тарихында бармаҡ менән генә һанарлыҡ улар иҫәбе…. Муллаян Сөйәрғолов

Тулыраҡ