Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
13ноябрь
ПРОМЕТЕЙ

Яңылыҡтар

БАШҠОРТ ТЕАТРЫ – СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ ӨСӨН!

Республикабыҙҙың төп театры менән спортты нимә берләштерә? Әлбиттә, дәрт, дарман, рух, күңел күтәренкелеген театрыбыҙҙың спектаклдәренән дә алып ҡайтабыҙ. Шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, сәләмәт тәндә – сәләмәт рух! Бөгөн, 5 июнь М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ғаилә йылына арналған «Әсәйҙәр өсөн күнекмә» тип аталған социаль проекты старт алды. Сараны танылған шоумен Искәндәр Урманцев һәм үҙебеҙҙең

Тулыраҡ
ИҒТИБАР! РЕПЕРТУАРҘА ҮҘГӘРЕШТӘР!

Ҡәҙерле тамашасылар, 2018 йылдың 7 июнендә Т.Миңнуллиндың «ЭҘЛӘНЕМ, БӘҒЕРЕМ, ҺИНЕ...» спектакле урынына Айгиз Баймөхәмәтовтың повесы буйынса «ХЫЯЛҒА ҠАРШЫ» спектакле уйнала. Алдан алынған билеттар ғәмәлгә яраҡлы.

Тулыраҡ
«САМРАУ»ҘЫҢ ИЖАДИ ОТЧЕТЫ

30 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Самрау" балалар театр студияһы тамашасылар алдында ижади отчет менән сығыш яһаны. Бәләкәй сәхнәлә бер сәғәтлек ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тамашаға балаларҙың ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары йыйылған ине. "Немое кино" тип аталған тамаша программаһында балалар йырҙар йырланылар, бейенеләр, фокустар һәм төрлө этюдтар күрһәттеләр. "Самрау"ҙар ярты йыл дауамында үҙләштергән

Тулыраҡ
ЗӘЙТҮНӘ ИСЛАМ ҠЫҘЫ БИКБУЛАТОВАНЫҢ ТЫУЫУЫНА — 110 ЙЫЛ!

«З. Бикбулатованың сәнғәте профессия ғына түгел. Ул – тере ҡан тамырҙары менән халыҡ тормошоноң иң тәрән сөңгөлдәренә барып тоташҡан йәшәү рәүеше. Ул милли театрыбыҙ тарихының бер өлөшө».  Һ. Сәйетов, театр тәнҡитсеһе. Бикбулатова Зәйтүнә Ислам ҡыҙы (28 май 1908 — 23 февраль 1992) — башҡорт театр актёры. 1938 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. 1928—1992 йылдарҙа

Тулыраҡ
КҮРГӘҘМӘГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Театрҙың 2-се ҡатында урынлашҡан музей залында мауыҡтырғыс күргәҙмә асылды. Залда, театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар рәссам-бутафор булып эшләгән талант эйәһе Анатолий Жучковтың шәхси күргәҙмәһе асылды. Рәссамдың эштәрендә тамашасы йыһан киңлеген, тәбиғәт хозурлығын күрә. А.Жучков шиғри тәбиғәтле, ижади шәхес театрҙа спектаклдәр өсөн, ғәжәйеп бай фантазияһын һәм йөрәк йылыһын ҡушып, үҙ ҡулдары менән ике тиҫтәгә яҡын бутафор әйберҙәре: һуғыш

Тулыраҡ
БАШҠОРТ ТЕАТРЫ ӨР-ЯҢЫ СОЦИАЛЬ ПРОЕКТ БАШЛАЙ!

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Ғаилә йылына арналған яңы социаль проекты «Әсәйҙәр өсөн күнекмә» тип атала. Беҙ йыш ҡына эш менән мәшғүл булып, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ тураһында бөтөнләй онотабыҙ. Был, тәү сиратта, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағыла: ғаилә именлеге, үҙ ата-әсәң һәм балаларың тураһында ҡайғыртыу, көнкүреш мәсьәләләрҙе хәл итеү - быларҙың барыһы ла улар инеңдә ята. Республикабыҙҙың иң

Тулыраҡ
«САМРАУ» БАЛАЛАР ТЕАТР СТУДИЯҺЫ ОТЧЕТ КОНЦЕРТЫНА САҠЫРА

ХӨРМӘТЛЕ ДУҪТАР! Беҙҙең театр эргәһендә эшләп килгән "Самрау" балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, атай-әсәйҙәрҙе үҙенең Отчет концертына саҡыра. Студияла ижади тормош гөрләй, йәш артистар аҙнаһына ике тапҡыр үҙҙәренең уҡытыусылары менән осрашыуға, мауыҡтырғыс дәрескә, танылған сәхнә артистары менән йәнә аралашырға, тип театрға ашыға. Тамаша-концерт 30 майҙа  18.00 сәғәттә театрҙың Бәләкәй залында уҙасаҡ. Беҙҙең адрес: Зәки Вәлиди

Тулыраҡ
МИҘГЕЛ ЙОМҒАҠТАРЫ БУЙЫНСА НОМИНАЦИЯЛАР

Миҙгел дауамында ижади уңыштарға ирешкән сәхнә оҫталарын һәм төрлө бүлек, цехтарҙың иң егәрле хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү үҙе бер күркәм, күңелле тамашаға әйләнә. Ә еңеүселәр - түбәндәгеләр: «Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ» роле номинацияһында - «Эҙләнем, бәғерем, һине» спектаклендә башҡарған Нурсинә роле өсөн актриса Гөлмирә Исмәғилева һәм Гөлнара Ҡаҙаҡбаева; «Иң яҡшы ир - егет роле» номинацияһында - «Зөләйха күҙҙәрен

Тулыраҡ
ГӨЛНАРА ӘМИРОВА — ЮРИЙ АЛЬШИЦ ЛАБОРАТОРИЯҺЫНДА ҠАТНАШЫУСЫ

Бөгөн, 21 майҙа, V "Нәүрүз" Халык-ара театраль-белем биреү форумы сиктәрендә М.Сәлимйәнов исемендәге Актерҙар йортонда "Биш файҙаһыҙ күнегеү" тигән театраль лаборатория асылды. Лабораторияның авторы - педагог, режиссер, сәнғәт фәндәре кандидаты АКТ- ZENT театраль белем биреү үҙәге етәксеһе, театраль тренингтар өлкәһендә әйҙәп барыусы белгестәрҙең береһе - Юрий Леонович Альшиц (Берлин, Германия). Лабораторияла ҡатнашыусылар араһында М.Ғафури исемендәге Башҡорт

Тулыраҡ
98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫҠ

18 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 98-се ижад миҙгелен япты. Был көндө коллектив тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте. Йәмле май кисендә 18.00 сәғәттән театр алды майҙанында тамашасыларҙы оркестр ҡаршы алды. Театр асылғандан бирле эшләп килгән оркестр был көндө музыкаль спектаклдәрҙән, популяр фильдарға саундтректар, һуғыш темаһына арналған композициялар һәм театр менән оҙаҡ

Тулыраҡ
98-СЕ ИЖАД МИҘГЕЛЕ ЯБЫЛЫУҒА АРНАЛҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында 98-се ижад миҙгеле ябылыуға арналған пресс-конференцияһы үтте. Унда театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Олег Ханов, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Мөбәрәкова, Башҡортостандың халыҡ артисы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Алмас Әмиров, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Артур Ҡунаҡбаев,

Тулыраҡ