Яңылыҡтар

ТЕАТРҘЫҢ ФОЙЕҺЫНДА НАЖИӘ ЗАҺИТОВАНЫҢ КҮРГӘҘМӘҺЕ АСЫЛДЫ

М.Ғафури сисемендәге Башҡорт академия драма театрының фойеһында йәш рәссам Нажиә Заһитованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Нажиә Заһитова сығышы менән Силәбе өлкәһенән, әлеге ваҡытта Өфөлә йәшәй. Ҡ.Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамалаған. «Рәсәй рәссамдары союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы буйынса төбәк бүлексәһе ағзаһы. Республшика һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә

Тулыраҡ
БАШДРАМТЕАТР АКТЕРҘАРЫНА Ш.БАБИЧ ИСЕМ. ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ ТАПШЫРЫЛДЫ

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Хөкүмәте  йортонда БР Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары Марат Мәһәҙиев Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырҙы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм артистары Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов «Хыялға ҡаршы» спектаклен юғары профессиональ художестволы сәхнәгә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен

Тулыраҡ
БАШҠОРТ ТЕАТРЫНЫҢ «АНТИГОНА»ҺЫ «АЛТЫН БИТЛЕК» ПРЕМИЯҺЫНА 7 НОМИНАЦИЯЛА БИЛДӘЛӘНДЕ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Антигона" спектакле "Алтын битлек" Рәсәй милли театраль премияһына 7 номинацияла билдәләнде:  Драма/ ҙур формалағы иң яҡшы спектакль Драма/ иң яҡшы режиссер эше - Фәрит Бикчәнтәев Драма/иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле - Лилиә Ғәлина Драма/иң яҡшы ир-ат роле - Олег Ханов Драма/иң яҡшы икенсе пландағы ҡатын-ҡыҙ роле - Гөлмирә Исмәғилева

Тулыраҡ
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм артистары Урал Әминов, Ринат Баймырҙин, Артур Кәбиров, Фәнис Рәхмәтов «Хыялға ҡаршы» спектаклен юғары профессиональ художестволы сәхнәгә ҡуйған һәм башҡорт театр сәнғәтен пропагандалау өсөн Республиканың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ булдылар. Был турала ҡарарға ҡул ҡуйылған. Бүләкләү 2 ноябрҙә

Тулыраҡ
ТЕАТРҘА «ЙАТАҒАН» ЭТНО-ТӨРКӨМӨНӨҢ ДЕБЮТ АЛЬБОМЫНЫҢ ПРЕЗЕНТАЦИЯҺЫ УҘАСАҠ

3-сө ноябрь 18:00 сәғәттә Башҡорт дәүләт академия драма театры фойеһында («Ул бит кисә ине» спектакле алдынан) «Йатаған» этно-төркөмө «Ерем ауазы/Голос моей земли» исемле дебют альбомының рәсми булмаған презентацияһына саҡыра. Көндөҙ 16:00 сәғәттә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында был сараға арналған пресс-конференция уҙасаҡ. Альбом «Афарин рекордз» интернет-нәшриәтендә сығарылған. Был йырлы-моңло саранан ситтә тороп ҡалмағыҙ, ҡәҙерле тамашасылар! Тере музыка

Тулыраҡ
ҺИС ҠАСАН ҺҮНМӘҪ…

31 октябрь Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә - тамашасыларҙың көтөп алған спектакле - «Руди - never off...» (never off – инглизсәнән һис ҡасан һүнмәҫ, тигәнде аңлата) спектакле күрһәтеләсәк. Бөтә донъяға билдәле, легендар балет бейеүсеһенең автобиографияһына, уның хаҡында замандаштарының һәм ижадташтарының иҫтәлегенә нигеҙләнеп ҡуйған был сәхнә әҫәрен режиссер, сценарий авторы Айрат Абушахманов.

Тулыраҡ
ТЕАТРҘА СӘХНӘ ХӘРӘКӘТЕ БУЙЫНСА ОҪТАЛЫҠ ДӘРЕСТӘРЕ ҮТӘСӘК

26-30 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының Бәләкәй сәхнәһендә Рәсәй театр сәнғәте академияһы педагогы, каскадер, беҙҙең яҡташыбыҙ Роберт Йылҡыбаев сәхнә хәрәкәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк. Был сарала З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм дә шулай уҡ республиканың барлыҡ театрҙарынан актерҙар саҡырылған. "Актерҙар менән беҙ махсус күнекмәләр өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, шулай уҡ

Тулыраҡ
ХАЛЫҠ ШАҒИРЫН ИҪЛӘП

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуған көнөн билдәләмәй ҡалмай. Быйыл да халыҡ шағирының «Ай тотолған төндә» трагедияһы буйынса ҡуйылған спектаклен көндөҙ һәм кис күрһәтте. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев залда ултырған тамашасыларҙы тәбрикләне: «Ысынлап та, бөгөн иҫтәлекле һәм тантаналы көн. Һәм бигерәк тә был залда үҙ

Тулыраҡ
ФИДАН ҒАФАРОВТЫҢ БЕНЕФИС СПЕКТАКЛЕ ҮТТЕ

М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры бер кискә байрамса осрашыу урынына әүрелде. “Бәхет хаҡы” спектакле лә бик күркәм сара – легендар шәхес, сәхнә йондоҙо һәм Башҡорт театрының иң популяр актеры Фидан Сафа улы Ғафаровтың юбилейы уңайынан уйналды. Әйтергә кәрәк, спектакль сәхнәлә 92-се тапҡыр, һәм премьералағылай залда алма төшөр урын юҡ. Фидан Сафа улы илле йыл

Тулыраҡ
ТЫУҒАН КӨНӨҢ МЕНӘН, МОСТАЙ КӘРИМ!

Бөгөн, 19 октябрь Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла халҡыбыҙҙың яратҡан улы, бөйөк аҡыл эйәһе, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнөнә арналған ҙур сара уҙҙы. Был сарала беҙҙең Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры арстистары ла ҡатнашты. Бик күп шиғырҙар, йырҙар яңғыраны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иртәгә 20 октябрь театрыбыҙҙың сәхнәһендә «Ай тотолған төндә» спектакле

Тулыраҡ
ЯҢЫ ЙЫЛҒА — ЯҢЫ ӘКИӘТ!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижади төркөмө бәләкәй тамашасыларыбыҙ өсөн Яңы йылға бүләк әҙерләй башланы. Бөгөн театрыбыҙҙың көрән залында режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев Дюла Урбандың «Бар сысҡандар ҙа сыр ярата» тип аталған әкиәте менән таныштырҙы. Театр сәхнәһендә был пьеса «Mouse story» (Сысҡандар мажараһы) тигән исем менән сығасаҡ. Эйе - эйе, аптырамағыҙ, тап шулай

Тулыраҡ
БҮРӘТ ТЕАТРЫ БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының «Ҡара йөҙҙәр» спектаклен бөгөн "Ульгэр" Бүрәт дәүләт ҡурсаҡ театры ла ҡарай. Бүрәт театры Башҡортостанға «Ҙур гастролдәр» Федераль программаһы сиктәрендә үткәрелгән гастролдәре менән килгән. Әлбиттә, ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ойоштороусылар – ә улар Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – республикабыҙҙың йөҙөҡ ҡашы булған тамаша аша милли йолаларыбыҙ, йыр-бейеүҙәребеҙ, туған телебеҙ менән таныштырырға

Тулыраҡ