Яңылыҡтар

Алмас Әмиров Петрозаводск ҡалаһында уҙған “ Йәш театр» Халыҡ-ара фестиваленән ҡайтты

Аҙна барышында төрлө республикаларҙан килгән 11 театр тамашасыға үҙ эштәрен күрһәтте. Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров был фестивалдә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк) моноспектакле менән сығыш яһаны.

Моноспектакль, тимәк бер генә актер уйыны, тигән һүҙ һәм был осраҡта башҡарыусы бик тәжрибәле, талантлы, билдәле бер дәрәжәлә ҡыйыу булырға ла тейеш, һәр моноспектакль актерҙың үҙе өсөн дә, тамашасы өсөн дә бик тә мөһим, үҙе бер күренеш, ти театр тәнҡитселәре. Алмас Әмиров башҡарған спектакль тап шундай сәхнә күрке, тип билдәләне фестивалдең жюри ағзалары һәм тамашасылар.

«Фестивалдә ҡатнашҡан спектаклдәрҙең кимәле төрлөсә. Һөйләшеү бик йәнле барҙы, төрлө фекерҙәр әйтелде, шуныһы ҡыуаныслы, спектаклдәрҙең барыһы ла халыҡтың иғтибарын ихлас йәлеп итерлек ине"-, ти Алмас Хәдис улы. "Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Әлифбанан бер себеш» моноспектаклендә актер ролде бик оҫта башҡара, был юғары кимәлдәге һәм бик отошло уйын», - тине фестивалдең жюри рәйесе, Санкт-Петербург дәүләт Театр академияһы профессоры Надежда Таршис.