Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ПИОНЕРҘАР КӨНӨ МЕНӘН, ДУҪТАР!

19 МАЙ – ПИОНЕРҘАР КӨНӨ!

Теүәл 97 йыл элек Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы пионер отрядтары ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә. Оҙаҡ йылдар был көн Пионерҙар көнө булараҡ билдәләнә. Ләкин Советтар Союзы тарҡалыу менән байрам рәсмилеген юғалта. Шулай ҙа пионерияның ғорур исеме, уға булған ҡәҙер-хөрмәт элекке быуын вәкилдәре күңелендә бөгөн дә йәшәй. Һәр кем был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы ошо байрам менән ҡотлай һеҙҙе, ҡәдерле дуҫтар!