Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ПРЕМЬЕРА! «БОМБА»!

«— Иғтибар, хәүеф янай! Тиҙ арала йорттан сығыуығыҙ һорала!

Был яңылыҡ йәшен тиҙлегендә тарала һәм иҫке, онотолған ҡала ихатаһы ваҡиғалар үҙәгенә әйләнә — әйтерһең, бөтә ер шары ошо йорт тирәләй әйләнә башлай. Бомба – ошо йортта йәшәүселәр өсөн ҡайғылы хәбәрме, әллә… яңы тормошҡа өмөт микән?!»  – был һорауҙарға һеҙ, беҙҙең кәҙерле тамашасыларыбыҙ, «Бомба» исемле яңы премьерала яуап табырһығыҙ. Спектаклдең премьераһы 2019 йылдың 26 июндә сәғәт 19:00 уҙасаҡ.

Спектакль авторҙары: режиссеры – Фирғәт Ғарипов, рәссам – Рөстәм Баймөхәмәтов, композитор – Вәсил Ғафаров, хореограф – Рәмизә Мөхәмәтшина, видеоинженер – Роман Пожидаев.

Ролдәрҙә: Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликова, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова-Әхмәдуллина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм халыҡ артисы Азамат Ғафаров, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин, Руслан Хайсаров, Айнур Ситдиҡов, Зилиә Хәлилова, Гөлмирә Исмәғилева, Юлиә Асҡарова, Айҙар Шәмсетдинов.

Театр кассаһы: 8(347)272-35-33. Электрон билет алыу – http://bash.bashdram.ru/repertoire