Премьера: «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр»
1 апрель — театрҙа Ярослава Пулинович пьесаһы буйынса «Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр» спектакленең премьераһы. Режиссеры- Айрат Абушахманов. Рәссамы — Альберт Нестеров. Музыкаль яҡтан биҙәүсе – ИлшатЯхин. Балетмейстер — Сулпан Аскарова.
Ролдәрҙә:
Жанна — Эльвира Юнысова, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы
Альберт – Руслан Хайсаров
Рита – Лилиә Ғәлина
Вадим Робертович – Хөрмәтулла Үтәшев, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты
Элина – Зилиә Хәлилова
Земфира – Гөлфиә Рафиҡова
Егеттәр: Урал Әминов, Фәнис Рәхмәтов, Артур Кәбиров
Бала сағынан уҡ донъяның асы-сөсөһөн күп татыған Жаннаны тормош һынауҙары көслө характерлы, бай һәм уңышлы замана ҡатын-ҡыҙына әүерелдерә. Йәше күптән инде 40- тан ашҡан ханым үҙенән күпкә йәш кеше менән йәшәй, уның өсөн барыһын да эшләргә әҙер…