Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ПРЕМЬЕРА МЕНӘН!

Кисә, 8 октябрь, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур сәхнәһендә Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» пьесаһы буйынса спектаклдең премьераһы уҙҙы. Спектакль 100-сө ижад миҙгеленең тәүге премьераһы һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған.

Тамашасылар был премьераны түҙемһеҙлек менән көтөп алды һәм ысын күңелдән ҡабул итте. Хатта билеттар алдан һатылып бөтөлгән ине. Артистар бер нисә тапҡыр сығып баш эйҙеләр, залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫып бик оҙаҡ ҡул саптылар, алҡыштарын бер ҙә йәлләмәнеләр. Халыҡ ҡәнәғәт ҡалды.