Яңылыҡтар

Премьера: «Мин — ҡатын-ҡыҙ». Бишек йыры

Яҙҙы шағирҙар ҡатын- ҡыҙ менән сағыштыра. Яҙ һулышы , гөрләүектәр йыры, бөрөләр тулышыуы, тәбиғәт уяныуы, ысынлап та, ҡатын- ҡыҙ асылын хәтерләтә. Ошондай йәмле яҙғы көндә - 18 апрелдә - театрыбыҙҙа йәнә премьера - ҡатын- ҡыҙ темаһына сюита, Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса «Мин- ҡатын-ҡыҙ» бишек йыры. Исеменән үк күренеүенсә, әҫәр ҡатын- ҡыҙ яҙмышы, әсәлек бәхете, мөхәббәт хаҡында. Спектаклдең режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Илшат Яхин, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова.

«Әсә-Бөйөк исем,

Нимә етә әсә булыуға;

Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,

Бөтә күрке әсә булыуҙа...» ти шағир Һади Таҡташ.

Йәш режиссер И.Ҡаҙаҡбаев автор Туфан Миңнуллиндың тамашасыға билдәле пьесаһына заманса яңғыраш биргән һәм әҫәр бай йөкмәткеле, бөгөнгө көндөң иң сетерекле проблемалары хаҡында уйҙарға этәрә , йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ ғаилә, бала тәрбиәләү, ҡатын- ҡыҙҙың тормошобоҙҙағы роле хаҡында тәрән фәлсәфә заманса сәхнә алымдары, художестволы биҙәлеш аша бик мауыҡтырғыс бирелә.

Бишек йыры. Кемебеҙ иҫләй икән уны? Бөгөн йәш әсәләр йырлаймы сабыйҙарына бишек йырын. Әсәй - өләсәйҙәрҙең бишек моңо ҡанына һеңгән сабый, үҫкәс, насар кеше була алмай, ә бишек йыры- йырарҙың да йыры, тигән ҙур төшөнсәләр хаҡында спектакль. Ваҡиғалар бала табыу йортонда бара. Серҙәр бүлешер, хатта яҙмыштар хәл ителер урын икән ул мөғжизәле, ғәжәйеп күркәм был йорт...

Премьера 19 апрель көнө лә уйнала.