Яңылыҡтар

Премьера: «Мин — ҡатын-ҡыҙ».

Яҙҙы шағирҙар ҡатын- ҡыҙ менән сағыштыра. Яҙ һулышы, гөрләүектәр йыры, бөрөләр тулышыуы, тәбиғәт уяныуы, ысынлап та, ҡатын- ҡыҙ асылын хәтерләтә. Ошондай йәмле яҙғы көндә - 18 апрелдә - М.Ғафури ис.Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә йәнә премьера - ҡатын- ҡыҙ темаһына сюита, Туфан Миңнуллин пьесаһы буйынса «Мин- ҡатын-ҡыҙ» бишек йыры. Исеменән үк күренеүенсә, әҫәр ҡатын- ҡыҙ яҙмышы, әсәлек бәхете, мөхәббәт хаҡында. Спектаклдең режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев, рәссамы - Альберт Нестеров, композиторы - Илшат Яхин, балетмейстеры - Сулпан Асҡарова, Урал Аминов.

Йәш режиссер И.Ҡаҙаҡбаев автор Туфан Миңнуллиндың тамашасыға билдәле пьесаһына заманса яңғыраш биргән һәм әҫәр бай йөкмәткеле, бөгөнгө көндөң иң сетерекле проблемалары хаҡында уйҙарға этәрә, йәмғиәттең төп нигеҙе булараҡ ғаилә, бала тәрбиәләү, ҡатын- ҡыҙҙың тормошобоҙҙағы роле хаҡында тәрән фәлсәфә заманса сәхнә алымдары, художестволы биҙәлеш аша бик мауыҡтырғыс бирелә. Ваҡиғалар бала табыу йортонда бара. Серҙәр бүлешер, хатта яҙмыштар хәл ителер урын икән ул мөғжизәле, ғәжәйеп күркәм был йорт...

Премьера:18,19 апрель.