Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Cәхнәлә «Джут» (Һуңғы йәйләү)

16, 17 октябрҙә — Рәсәйҙең билдәле йәш драматургы (сығышы менән Ҡаҙағстандан) Олжас Жанайдаровтың шул исемле документаль пьесаһы буйынса драманың премьераһы була. Пьесаны сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат Абушахманов, ҡуйыусы- рәссам — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре — Альберт Нестеров, музыкаль яҡтан биҙәүсе – Илшат Яхин, хореограф- Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова.
Ролдәрҙә: Фәнис Рәхмәтов, Римма Ҡаһарманова, Хөрмәтулла Үтәшев, Милена Сираева, Гөлмирә Исмәғилева.
Мәскәү кафеларының береһендә Ҡаҙағстандан килгән Ербол исемле ир һәм йәш журналист Елена осраша. Ербол ҡыҙға уҙған быуаттың 30 -сы йылдарындғы ҡот осҡос аслыҡ менән бәйле олатаһы Әхмәттең башынан үткән тетрәткес ваҡиғаларҙы һөйләй.
Драма — аслыҡ фажиғәһе, кешеләр яҙмышы, бәхетһеҙлек һәм бөйөк мөхәбббәт хаҡындағы ысын күңелдән, ихлас һөйләнелгән тетрәткес тарих — ә бөгөн төп геройҙар — Әхмәт менән Сауленың ейәне Ербол йөрәгенә тынғы бирмәгән, һис ҡасан ҡабатланмаҫҡа тейешле ваҡиға хаҡында.

 

Джут_А1_