Яңылыҡтар

ПРЕМЬЕРАНАН КҮТӘРЕНКЕ КӘЙЕФ МЕНӘН!

Бөгөн, 20 июнь, театрыбыҙ сәхнәһендә А.Касона пьесаһы буйынса ҡуйылған «Иң бәхетле төн» спектакленең премьераһы гөрләп уҙҙы. Тамашасы премьераны ысын күңелдән ҡабул итте. Залдағы бар халыҡ аяғүрә баҫып, артистарҙы алҡышланылар. Актерҙар иһә бер нисә тапҡыр сығып баш эйҙеләр.

Төп ролде СССР-ҙың халыҡ артисткаһы, легендар сәхнә оҫтаһы Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова башҡарҙы. Спектаклде сәхнәгә ҡуйыусы – Олег Ханов, рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Урал Иҙелбаев.

Роман Шумнов фотолары