Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Премьеранан күтәренке кәйеф менән!

21 март, ниһайәт, донъя һараны Гарпагон Өфө тамашасыһына үҙ «ҡайғы»һын һөйләп, илай — көлдөрә «хәсрәт»тәрен түкте, «Аҡса – аҡсаҡайҙарын — иң ғәзиз туғанҡайҙарын» һәр ваҡыт кемдеңдеңдер урларға йөрөүен уйлап ҡайғырыуын түкмәй – сәсмәй һөйләп бирҙе һарандарҙың — һараны, бай Гарпагон ҡарт. Тамашасы илағансы көлдө лә, йәлләне лә үҙен: ысынлап та, улы кәләш алһа, ҡыҙы бирнәһеҙ генә кейәүгә сығып китһә, ул бит япа – яңғыҙы ҡала! Эй, уйнаны артистарыбыҙ, эй бейене, ә тамашасының күҙҙәре уларҙың хәрәкәте артынан эйәреп өлгөрә алманы… Был – Мольер! Режиссеры — Искәндәр Саҡаев!

Шулай итеп, премьера гөрләп уҙҙы. Юғары комедияны сәхнәгә сығарыусы ҡуйыусы төркөмдө, артистарҙы ( иң тәүҙә төп ролде башҡарыусы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшевты) аяғөҫтө алҡышланы тамашасы, оҙаҡ сәхнәнән ебәрмәне. Премьеранан күтәренке кәйеф, уйландырғыс хистәр менән таралашты театрыбыҙ дуҫтары.