Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Яңылыҡтар

Рәми Ғариповҡа бағышлана. «Февраль…Буран…».Шағир иленә сәйәхәт.

Февраль - әҙәбиәт һәм театр һөйөүселәр күңелендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов айы. Шағир Р.Й.Ғарипов 1932 йылдың ҡарлы-буранлы 12 февралендә донъяға килгән һәм халҡы йөрәгендә, әҙәбиәт күгендә үлемһеҙлек яулаған.

Бынан ике йыл элек театр Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнап «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт» спектаклен сәхнәләштергәйне. (Режиссеры - Х.Үтәшев, сценарий авторы- З.Бураҡаева). Тамашасыларҙың күп һанлы һорауы буйынса театр бөйөк шағирҙың тыуған айында ошо спектаклде сәхнәлә йәнә уйнарға ҡарар итте.

Шулай итеп, 18 февралдә сәхнәлә мәшһүр шағир Рәми Ғариповтың һүнмәҫ рухына, тормош һәм ижад юлына бағышланған - «Февраль... Буран...». Шағир иленә сәйәхәт.