Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ

22 август илебеҙҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт флагы көнө билдәләнә. Был 1991 йылда Мәскәүҙә Аҡ йорт өҫтөндә беренсе тапҡыр рәсми рәүештә, дәүләт символы булып торған ураҡ һәм сүкеш менән ҡыҙыл байраҡты алмаштырған, өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. Был ваҡиғанан һуң өс йыл үткәс Рәсәй Президенты Дәүләт флагы көнөн байрам итеү тураһында Указға ҡул ҡуя.

Флагтың төҫтәре халыҡта: аҡ — тыныслыҡ, таҙалыҡ, сафлыҡ, камиллыҡ билгеһе; күк — иман һәм ышаныс; ҡыҙыл — көс, ҡеүәт, Тыуған ил өсөн түгелгән ҡан билгеһе, тип йөрөтөлә.

флаг