Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Рәсәй Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәрен бүләкләү тантанаһы

25 мартта Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында республиканың сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәренә Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм ведомство наградаларын тапшырыу тантанаһы булды. Театрҙың художество етәксеһе Олег Хановҡа Ҡол -Ғәлиҙең « Йософ менән Зөләйха» эпик ҡомартҡыһы буйынса мюзиклды сәхнәләштереү өсөн бирелгән Республика башлығы гранты дипломы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Ғафаровҡа Ҡырғыҙстанда Башҡортостан мәҙәниәте көндәрендә әүҙем ҡатншҡаны өсөн Рәхмәт хаты һәм театрҙың аяҡ кейемдәре тегеү цехы оҫтаһы, рәссам – модельер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әюп Зиннуровҡа Рәсәй Мәҙәниәт министрының Рәхмәт хаты тапшырылды.

                                      Фотолар «Культурный мир Башкортостана» интернет- порталы редакцияһынан алынды

http://kulturarb.ru/photo/?PAGE_NAME=detail&SECTION_ID=1216&ELEMENT_ID=53473