Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«РӨСТӘМДЕҢ СЕРЕ» СПЕКТАКЛЕНЕҢ ПРЕМЬЕРАҺЫ УҢЫШЛЫ УҘҘЫ

20 һәм 21 февралдә Башҡорт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә  Ғәҙел Ҡотойҙоң «Рөстәм мажаралары» әҫәре буйынса ҡуйылған «Рөстәмдең сере» спектакленең премьераһы уңышлы уҙҙы. Спектакль Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.

Премьеранан һуң матбуғат конференцияһы уҙғарылды. Киң мәғлүмәт сараларынан журналистар, корреспондеттар ҡатнаштылар, улар араһында: «Башинформ», «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы, «Рәсәй газетаһы», «Киске Өфө», «Ҡыҙыл таң», «Ашҡаҙар», «Единая Россия-Башкортостан», «Өфө», «Тамаша», «Йәшлек», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Тамыр» балалар телеканалы. Аралашыу йылы һәм дуҫтарса атмосферала үтте. Спектакль ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Конференцияла спикерҙар: спектаклдең режиссеры — Радион Букаев, рәссам-яҡтыртыусы — Евгений Ганзбург, баш режиссер — Айрат Абушахманов, баш рәссам — Альберт Нестеров, Рөстәм һәм Марта ролен башҡарыусы — Зилиә Ситдиҡова (Хәлилова), өләсәй ролен башҡарыусы — Миңзәлә Хәйруллина, театр директоры — Иршат Фәйзуллин.

Киләһе спектакль март айында (18, 28) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Бәләкәй сәхнәһендә күрһәтеләсәк. Рәхим итегеҙ!

Роман Шумнов фотолары