Туғанлыҡ

Радий Хәбиров Өфөлә «Туғанлыҡ» фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивален үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, республика ойоштороу комитеты составы, шулай уҡ ҙур театр форумына әҙерлек һәм уны уҙғарыу планы раҫланды.

23-30 майҙа республиканың баш ҡалаһына Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан төп театр коллективтары йыйыла. Аҙна буйына Өфө сәхнәләрендә 12 спектакль күрһәтелә.

Фестивалдең яңылыҡтары «Туғанлыҡ» разделында http://bash.bashdram.ru/tuganlyik һәм «Вконтакте» группаһында https://vk.com/tuganlik.