Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Риф Тойғонов менән хушлашыу

Республикабыҙ әҙәбиәте һәм мәҙәниәте ҙур юғалтыу кисерҙе -

күренекле шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәисе, театрыбыҙҙа оҙаҡ йылдар әҙәбиәт бүлеге етәксеһе булып эшләгән өлкән дуҫыбыҙ Тойғонов Риф Ғәлим улы арабыҙҙан китте.

Күп һанлы әҙәбиәт һәм сәнғәт һөйөүселәрҙең, әҙиптең ҡәләмдәштәренең, мәрхүмдең барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Риф Ғәлим улы менән хушлашыу 10 ғинуар 9.30 сәғ. М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында була.

Рисунок1