Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

РИВА АФЗАЛ ҠЫҘЫ ИСХАҠОВАҒА 80 ЙӘШ!

5 ғинуарҙа БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рива Афзал ҡыҙы Исхаҡоваға 80 йәш тулды. Рива Афзал ҡыҙы 1940 йылда  БАССР‑ҙың  Саҡмағош районының Иҫке Үҙмәш ауылында тыуа. Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағандан һуң (Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) 1964 йылда БАССР-ҙың Сиҙәм театрына (хәҙерге А.Мөбәрәков исем. Сибай башҡорт дәүләт драма театры)  эшкә алына. 1966 йылда Салауат башҡорт драма театрына күсә, ә 1974-се йылдан  алып 1995 йылға тиклем М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында эшләй.

Төп ролдәре: Фәниә («Балаҡайҙарым», Ә.Атнабаев), Ҡаҙнабикә («Башҡорт туйы», М.Буранғолов), Зәниә («Пәрей туйы», А.Хәлим), Ынйыбикә («Их, кәләше лә кәләше!», Х.Зарипов) һ.б. спектаклдәрҙә актриса сағыу, халыҡсан образдар тыуҙыра. Актрисаға башҡорт киноһында ла уйнау бәхете тейә – «Ай ҡыҙы» (Ф.Бүләков, режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов) исемле тәүге башҡорт сериалында төштө. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.