Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Рухлы, ихлас үтте хәтер кисәһе

19 октябрҙә театрыбыҙҙа Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуыа 65 йыл тулыуға арналған матур кисә уҙҙы. Уны щепкинсылар (Мәскәүҙең М.С.Шепкин ис.Юғары театр училищеһын 2007 йылда тамамлаусылар, кураторҙары-Р.М.Ураҡсина) ойошторҙо. Кисә тулы мәғәнәһендә халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе, шағирә, ғалимә, уҡытыусы Рәсимә Ураҡсина рухында барҙы: етди, йөкмәткеле, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ихлас та. Рәсимә Минлебулат ҡыҙы был кисәнән, моғайын, үҙе лә ҡәнәғәт ҡалыр, уҡыусылары — щепкинсылар, бөгөн театр сәхнәһендә балҡыған артисттар менән ысын мәғәнәһендә ғорурланыр ине.
Рәсимә Миңлебулат ҡыҙының З.Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Тыуған ерем – торған ерем» йыйынтығының презентацияһы булараҡ та ҡабул ителде был сара.
Лайыҡлы йәшәп, матур эштәр ҡалдырҙы шағирә. Кешеләр күңелендә тыуған ереңә, туған халҡыңа һөйөү, йәш быуынды тәрбиәләү кеүек изге эштәрҙе арымай-талмай башҡарыуы хаҡында уның яҡташтары – дәүләкәндәр, нәшерселәр, уҡытыусылар, яҙыусылар, артистар һ.б. барыһы – барыһы ла быны билдәләп үтте хәтирәләрендә.
Щепкинсылар уҡытыусыларына ошондай ихтирам күрһәтеп, үҙҙәренең берҙәмлеген, ижади өлгөргәнлеген һәм гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Щепкинсыларҙың балалары саф башҡорт телендә Рәсимә Ураҡсинаның шғырҙарын һөйләүе кисәгә айырыуса йәм өҫтәне.