Яңылыҡтар

Сәхнә ветерандары осрашыуы

Ижад миҙгелен ябыу алдынан театрҙа сәхнә ветерандарының осрашыуы булды. Художество етәксеһе Олег Ханов ветерандарға оло хеҙмәттәре өсөн ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе. «Башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүҙә һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур, йәш быуынға һеҙҙән күпте өйрәнәһе бар, һеҙ сәнғәтҡә бөтә ғүмерегеҙҙе бағышланығыҙ», – тине Олег Закир улы.

Осрашыуҙа 1959 йылда ГИТИС-ты тамамлағандан алып Башҡорт академия драма театрында эшләгән Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Роза Шәйхетдин ҡыҙы Кәримова, 94-се ижад миҙгелендә «Яңғыҙҙар ташы» (Ә.Ғаязов, реж. О.Ханов) премьера спектаклендә төп ролде башҡарған СССР–ҙың халыҡ артисткаһы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Гөлли Арыҫлан ҡыҙы Мөбәрәкова, Башҡортостандың, Татарстандың, Рәсәйҙең халыҡ артисткаһы, Башҡортостан Республикаһының С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Нурия Исхаҡ ҡыҙы Ирсаева, Башҡортостандың халыҡ артисы Сөйәрғолов Муллаян Зыяитдин улы, Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Яруллин Хәмит Ғатаулла улы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Вәлитов Заһир Суфиян улы һ.б. ҡатнашты.