Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Сәхнәлә «Ҡара йөҙҙәр»

4 октябрҙә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында милли әҙәбиәтебеҙ классигы Мәжит Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектакленең премьераһы булды. Режиссер Айрат Абушахманов Мәжит Ғафуриҙың киң билдәле повесына заманса яңғыраш биргән. Ҡуйыусы-рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Илшат Яхин, пластика – Сулпан Асҡарова һәм Ринат Абушахманов. Йолалар буйынса консультант – Асия Ғәйнуллина, хормейстер – Алһыу Хасибуллина.

Спектаклдең төп тышҡы үҙенсәлеге шунда: тамашасылар ваҡиғалар барышын залдан түгел, ә сәхнәлә ултырып күҙәтте. Тамаша залында барған ваҡиғалар Ғәли исемле малай (Лилиә Ғәлина) исеменән һөйләнелә. Ғәлимә ролендә – Римма Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева. Закир – Артур Кәбиров.

«Ҡара йөҙҙәр» — юбилей миҙгеленең иң сағыу премьераларының береһе. Темаһы, идея-эстетик йөкмәткеһе, заманса ҡуйылышы менән бер кемде лә битараф ҡалдырманы.