Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
Репертуар

Сәхнәлә — «…Ҡыҙҙар моңо…»

10 декабрҙә Театрыбыҙ сәхнәһендә - «…Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың» тигән ҙур поэтик – музыкаль тамаша көтөлә. Театр һөйөүселәрҙең хәтерендәлер, моғайын, йәмле яҙ көндәренең береһендә булғайны был ижади проекттың премьераһы. Унда билдәле шағирәләр, халҡыбыҙҙың аҫыл ҡатын-ҡыҙҙары Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғырап, әҙибәләр үҙҙәре лә ошо тамашала ҡатнашты. Шиғырҙарҙы һәм йырҙарҙы театрҙың төрлө быуын артистары башҡарҙы. Был үҙенсәлекле поэтик спектакль ҡуйылышы менән тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм, ниһайәт, декабрь башында «…Ҡыҙҙар моңо » йәнә сәхнәлә!

Ғәҙәттә, ҡатын- ҡыҙҙар шиғриәте күберәк һөйөү, мөхәббәт, тәбиғәт, ғаилә ҡиммәттәре хаҡында, тип иҫәпләргә күнеккәнбеҙ, әммә гүзәл заттар ижадын яҡындан байҡағанда уҡыусы уларҙа тормоштоң иң етди проблемаларын, йәмғиәттең иң сетерекле мәсьәләләрен күрә, халыҡ, милләт, киләсәк, ғәләм төшөнсәләре тирәләй тәрән фәлсәфәүи уйланыуҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Поэтик - музыкаль кисәнең төп маҡсаты ла шағирәләребеҙҙең ижадын халыҡҡа асығыраҡ ишеттереү, төрлө яҡлап асыу, тамашасыға шиғыр байрамы бүләк итеү.

Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.

поэтик