Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Сәхнәлә — «Итекле бесәй» Балалар өсөн яңы йыл әкиәте

22 декабрҙә театр сәхнәһендә Ш.Перро әҫәре буйынса (В.Ганзенко) «Итекле бесәй» әкиәтенең премьераһы була. Режиссеры- Илсур Ҡаҙаҡбаев.

- Һин бесәй, күҙҙәре уйнап торған йылғыр ата бесәй, күҙ алдыңа килтер... ул ниңә мырылдай, ниңә кешегә һырпалана, һыйпағанда ниңә осҡондар сығара, ҡойроғон болғап арҡаһын көмөрәйтә. Һинең бесәй икәнеңә сабыйҙар ышанырға тейеш... ә мин әлегә бик ышанмайым...

Әкиәттең репетицияһы бара, үҙе лә һомғол буйлы, сөм-ҡара күҙҙәре янып торған йәш режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың артистар менән эшләүен күҙәтеү үҙе бер тамаша.

Бала саҡтан уҡ барыбыҙға ла таныш, аҡыллы һәм изгелекле, ҡыйыу һәм хәйләкәр, ҡыҙыл итектәр кейгән бесәй тураһындағы әкиәт театр сәхнәһендә тәүге тапҡыр. Ни хаҡында һуң, инде нисәмә быуынды тәрбиәләгән, уйландырған, дәртләндергән, үлемһеҙ был әҫәр? Саҡ ҡына ундағы ваҡиғаларҙы хәтергә төшөрәйек: ағаларының береһенә тирмән, икенсеһенә - ишәк, ә кинйә малайға атаһынан мираҫҡа бесәй генә ҡала. Ағалары шулай ҡарар итә. Сөнки атаһы, кинйә улын иркәләп, эшкә дәртләндереп, ҡайсаҡ ул эшләмәһә лә, «быны кескәй улым эшләне», тип маҡтап, ярата. Ә өлкәндәргә был һис тә оҡшамай. Көнләшеүҙән шартлар сиккә еткән ағалары, атай үлгәс, ҡустыларына бесәйен тоттороп, сығарып ебәрә. Ә бесәй? Ул һис тә ябай бесәй булмай сыға! Мөғжизәле итек кейеп, мөғжизә артынан мөғжизә яһап, ярлы ғына хужаһын Принцесса һынлы Принцессаға өйләндереүгә ирешә! Ә нисек? Был хаҡта кескәй тамашасылар тик премьера көндө беләсәк.

Ролдәрҙә Урал Әминев, Айнур Ситдиҡов, Хәким Мортазин, Гөлнара Әмирова, Рима Ҡаһарманова, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева һәм башҡа йәш артистар. Музыкаль яҡтан һәм сәхнә биҙәлеше ( ул урам бесәйҙәренең йырҙары, бейеүҙәре тиһеңме, ул Король һарайы, костюмдар тиһеңме – барыһы ла мауыҡтырғыс) үҙҙәре бер мөғжизә.

Шулай итеп, кескәй тамашасыларҙы сағыу, күңелле, заманса ҡуйылыштағы яңы йыл әкиәте - «Итекле бесәй» көтә.

Әкиәт рус һәм башҡорт телдәрендә 22 - 26, 28-30 декабрь көндәрендә 11.00, 13.00, 15.00 сәғәттәрҙә уйнала.

Новог_лет-ка_КОТ_