Яңылыҡтар

САЛАУАТ ЭҘҘӘРЕН ЮЛЛАП…

Эстонияның Палдиски ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров һәм йәш актер Морат Рафиҡов ҡатнашлығында фильм төшөрөлә. Улар «Салауат юлы менән» исемле документаль фильмда башҡорттарҙың милли геройы Салауат Юлаев һәм Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды уйнаясаҡтар.

Костюмдар буйынса рәссам — танылған реконструктор Илдар Ғатауллин Сәимә Хәсәнованың «Сарби» студияһы менән берлектә костюм теккән. Ә рәссам-гример һалыусы эстонка Неляндер Кайрит. Ул кино төшөрөү тармағында 20 йыл самаһы эшләй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Салауат юлы менән» фильмы Өфөнән Палдиски ҡалаһына  (элекке Рогервик ҡәлғәһендә, Салауат Юлаевтың һуңғы торған урыны) тиклем 30-сы майҙан төшөрөлә башлай.