Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ ДӘҮЛӘТ ПРЕМИЯҺЫ…

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының Художество советы Гүзәл Яхина романы буйынса «Зөләйха күҙҙәрен аса» һәм Мәжит Ғафури повесы буйынса «Ҡара йөҙҙәр» спектаклдәрен юғары кимәлдә сәхнәләштергәндәре өсөн театрҙың баш режиссеры Айрат Әхтәм улы Абушахмановты һәм баш рәссам Альберт Валерьевич Нестеровты Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим итте. Уларҙың ижади эшмәкәрлеге тураһында уй-фекерҙәрегеҙҙе, теләктәрегеҙҙе gafury_lit@mail.ru адресына, йә иһә төркөмгә хат итеп яҙып ебәрә алаһығыҙ. Яҙмалар театр төркөмөндә урын аласаҡ. Ижадсылар икеһе берлектә сәхнәләштергән спектаклдәр театрыбыҙҙы Рәсәй кимәлендә танытты, меңәрләгән тамашасыларҙың һөйөүен яуланы, тәнҡитселәр тарафынан юғары баһаланды — уларҙы сәхнәләштергән ижадсылар ҙа юғары баһаға лайыҡ!