Яңылыҡтар

«САМРАУ»ҘЫҢ ИЖАДИ ОТЧЕТЫ

30 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының "Самрау" балалар театр студияһы тамашасылар алдында ижади отчет менән сығыш яһаны.
Бәләкәй сәхнәлә бер сәғәтлек ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тамашаға балаларҙың ата-әсәләре, яҡындары, дуҫтары йыйылған ине. "Немое кино" тип аталған тамаша программаһында балалар йырҙар йырланылар, бейенеләр, фокустар һәм төрлө этюдтар күрһәттеләр. "Самрау"ҙар ярты йыл дауамында үҙләштергән вокал һәм бейеү серҙәре, сәхнә хәрәкәттәре, хатта артикуляция өсөн гимнастика алымдары төрҙәре тураһында ла тамашасылар хәбәрҙар булды.
Студияла шөғөлләнеүсе балалар - Бакиева Сабина, Теплова Анастасия, Бикмуллина Алһыу, Кускилдина Дильназ,Сәфиуллина Айлина, Ханов Вадим, Әхмәтйәнов Ильназар, Әхмәҙуллина Диана, Елькин Егор, Ишбирҙин Ильназ, Басова Ләйсән, Бердюкова Юлия, Бузыкаев Морат ошо айҙар эсендә генә театр донъяһы менән яҡындан танышып, сәхнә серҙәрен өйрәнеп, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев, актриса Суфия Ҡорбанғәлиева, уҡытыусы Екатерина Емельянова, актер Урал Әминов өйрәткән һөнәрҙәргә төшөнөп, тамаша-концерт барышында үҙҙәрендә булған һәләттәрен күрһәтте.
Шулай уҡ театр миҙгеле дауамында Студияла шөғөлләнеүсе балалар репертуарҙа барған спектаклдәрҙә, төрлө кисәләрҙә әүҙем ҡатнашты.
"Бына шулай һиҙелмәй етте май аҙағы, һау булығыҙ, "самрау"ҙар, көҙгә осрашырбыҙ тағы!" – тип балаларыбыҙ менән көҙгә тиклем хушлашабыҙ.

Әлегә – каникулдарығыҙ күңелле үтһен, ҡояшта ҡыҙынып, һыу инеп, рәхәтләнеп ял итегеҙ!
"Самрау" йәнә көҙ көнө эшен дауам итәсәк. Беҙҙең дуҫ, татыу һәм ижади ғаиләгә һеҙ ҙә рәхим итегеҙ!