Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«САМРАУ» балалар театр студияһы үҙенең ижади отчетына саҡыра

Беҙҙең театр эргәһендә эшләп килгән «Самрау» балалар театр студияһы тамашасыларҙы, дуҫтарҙы, ата-әсәйҙәрҙе үҙенең ижади отчетына саҡыра. Студияла шөғөлләнеүселәр Мария Ладо әҫәре буйынса «БИК ЯБАЙ ТАРИХ» спектаклен тәҡдим итәсәк. Спектакль 2019 йылдың 20 майында, театрҙың Бәләкәй залында, 19.00 сәғәттә башлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 25 декабрҙә «Самрау» театр студияһында шөғөлләнеүсе 25 уҡыусы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй» повесы буйынса мини-спектакль күрһәтте.

Рәхим итегеҙ!
Инеү бушлай.