Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Самрау» Балалар театр студияһында тәүге премьера — «Ҡаҙ тәпәйе»!

20 апрелдә Театр янында эшләп килгән «Самрау» Балалар театр студияһының тәүге премьераһы донъя күрҙе. Башҡорт халыҡ әкиәте буйынса «Ҡаҙ тәпәйе» спектакленең авторҙары — студияның педагогтары — Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисткаһы Суфия Ҡорбанғәлиева, Фирғәт Ғарипов, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминов, Зилә Баймырҙина, Руслан Хайсаров, Диләрә Иҙелбаева, рәссам — Альберт Нестеров.

Студияның тәүге спектакле — был бик тә тулҡынландырғыс, шатлыҡлы һәм көтөп алынған ваҡиға. Тәрбиәләнеүселәр театр артистары, режиссерҙар, музыканттар һәм башҡа сәнғәт оҫталары дәрестәрендә бик теләп шөғөлләнә, уларҙың һәр береһен көтөп ала. Ҙур сәнғәткә оло юл башы ул «Самрау».

«Самрау» исемен телгә алыу менән беҙ, әлбиттә, башҡорт халҡынынң бөйөк эпосы “Урал батыр” ҙы хәтергә төшөрәбеҙ. Был атаманы һәр кем үҙенсә йөкмәтке менән байыта, әкиәт геройҙарын, батша һарайҙарын, һылыуҙарҙан-һылыу Һомайҙы, Айһылыуҙы күҙ алдына килтерергә тырыша һәм үҙе лә һиҙмәҫтән башкөллө үтә лә таныш “Урал батыр” эпосы донъяһына сума: Самрау ҡошто үҙенсә йәмләй, алтын ҡанаттар ҡуя, ҡойроҡ — түштәрен ебәккә төрә, бәрхәт менән биҙәй… ҡош йөҙлө был мифик образдың Күктә лә, Ер өҫтө һәм Ер аҫты хакимлығында ла иң ҙур илаһи көс булыуына балаларса ышана, Ҡояш һәм Ай Самрау батшаның ҡатындары, Һомай һәм Айһылыу уның ҡыҙҙары булыуына тамам инана.

Тәүге премьераң ҡотло булһын, «Самрау» студияһы! Ҡанаттарың ныҡ, осор күгең яҡты , йыһандай киң булып, Ҡош юлына барып тоташһын! «Самрау иле» гөрләп йәшәһен, яңы спектаклдәр тыуып торһон!