Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«Самрау» студияһының ижади отчеты уҙҙы

Бәгән, 20 майҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Бәләкәй залында беҙҙең театр эргәһендә эшләп килгән «САМРАУ» балалар театр студияһының ижади отчеты уҙҙы.

Студияла шөғөлләнеүселәр Мария Ладо әҫәре буйынса «БИК ЯБАЙ ТАРИХ» спектаклен тәҡдим ите. Спектаклде тамашасылар, балаларҙың дуҫтары, ата-әсәйҙәре  ҡарырға килделәр.

Спектаклдән һуң студияла шөғөлләнеүселәр дипломдар менән буләкләнде. «Самрау»ҙың етәксеһе – Урал Әминов, һәм уҡытыусылары – Гөлфиә Рафиҡова, Ирада Ҡадырова, Резеда Алтыншина, студияла шөғөлләнгән балаларға, уларҙың ата-әсәләренә һәм Башҡорт академия драма театрына рәхмәт белдерҙеләр.

«САМРАУ» студияһының ижади отчеты