Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

«САМРАУ» ЯҢЫ МИҘГЕЛ АСА!

Ҡәҙерле дуҫтар һәм атай-әсәйҙәр! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры эргәһендә, уңышлы эшләп килгән балалар театр студияһы 3-сө октябрҙән үҙ эшен башлай! Быйылғы йылда «САМРАУ» үҙенең 8-се миҙгелен аса.

Сәхнәлә үҙҙәренең тәүге аҙымдарын яһап өлгөргән балалар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙҙең театрҙың репертуарында барған «Февраль. Буран…», «Мулла», «Ҡаһым түрә», «Ике төш», «Ай тотолған төндә», «Шәүрәкәй», «Нәркәс» исемле сәхнә әҫәрҙәрендә ҡатнашалар. Театр йыл һайын ике тапҡыр миҙгелгә йомғаҡ яһап тора.

Әгәр ҙә һеҙ ҡыйыу, ирекле, аралашыусан булырға теләһәгеҙ, беҙгә килегеҙ! 7 йәштән 17 йәшкә тиклемге балаларҙы саҡырабыҙ! Дәрестәр аҙнаһына ике тапҡыр: сәғәт 16.00 — 19.00 тиклем барасаҡ. «Самрау»ҙың етәксеһе – Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич ис. дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты Урал Фирғәт улы Әминов.

Беҙ һеҙҙе 3-сө октябрҙә 16:00 сәғәттә көтәбеҙ (служебный вход аша).

З.Вәлиди урамы, 34.

Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең «Самрау» төркөмө https://vk.com/club61312969.