Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

Секундына 24 кадр дөрөҫлөк

«Көмөш Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник фестивален тантаналы асыу, хәҙер инде матур йолаға әйләнгән, театр һәм кино йондоҙҙарнының «ҡыҙыл балаҫ»тан үтеүенән башланып китте. Ер шарының 11 иленән һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән килгән билдәле актерҙар, режиссерҙар, сценаристар, операторҙар менән бер рәттән «ҡыҙыл балаҫ»тан беҙҙең театр артистары ла үтте. Юлиә Ғәләүетдинова – режиссер Айнур Асҡаровтың «Әсә» фильмында төп героиняны уйнай. Был фильм «Ҡыҫҡа метрлы уйын фильмы» номинацияһында конкурс программаһында ҡатнашыусы 13 фильм араһына ингән. Бер-бер артлы «ҡыҙыл балаҫ»тан Башҡортостан Республикаһының данлыҡлы шәхестәре, билдәле сәнғәт әһелдәре – Олег Ханов, Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Алмас Әмиров һәм башҡалар үтте…
Үҙенең ҡотлау телмәрендә республика Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары С.Т.Сәғитов Жан Люк Годарҙың билдәле һүҙҙәре иҫкә алды. Әгәр ҙә фотоһүрәт – дөрөҫлөктө һүрәтләй икән, тимәк, кино – секундына 24 кадр дөрөҫлөктө һүрәтләй, тине ул. Ысынлап та, хәҡиҡәтте асып һалған, алдау-шашырыныуһыҙ төшөрөлгән, етди һорауҙарға яуап эҙләгән кино, ҡайһы саҡта, дөрөҫ юлды һайларға этәрә бит.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Әсә» фильмы 12 декабрь 16 сәғәт 55 минутта «Родина» кинотеатрының күк залында күрһәтеләсәк. Инеү бушлай.