Яңылыҡтар

99-СЫ СЕЗОНДЫҢ ХАЛЫҠ АРТИСЫ

17 май Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры үҙенең 99-сы ижад миҙгелен башҡорт халыҡ эпосы буйынса «Урал Батыр» спектакле менән яба!

Йола буйынса, миҙгел һөҙөмтәләренә ҡарап, иң яҡшы ижадсылар төрлө номинацияларҙа билдәләнәсәк. Иң абруйлы «Тамашасы һөйөүе» номинацияһын тамашасылар билдәләйәсәк.

Театрҙың 99-сы ижад миҙгелендә кемдең ижад эше һеҙҙең күңелдә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырҙы? Вконтакте тигән беҙҙең группала актерҙың исемен, фамилияһын һәм башҡарған ролен комментарийҙарҙа яҙығыҙ (ссылка бында). Театр хеҙмәткәрҙәренең тауышы иҫәпкә алынмай. Тауыш биреү 16 майға (12.00 сәғәт) тиклем барасаҡ.

Иҫкәрмә: быйылғы премьералағы эштәр генә иҫәпкә алына. Быйылғы премьераларҙы иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:

  1. «УРАЛ БАТЫР» (башҡорт халыҡ эпосы буйынса)
  2.  «МИН — МАРАТ» (У.Ғәлиев, А.Абушахманов инсц.)
  3. «СЫҢҒЫҘХАНДЫҢ АҠ БОЛОТО» (С.Айытматов, Е.Баранчикова инсц.)

Тамашасы һөйөүенә кем лайыҡ?

Ә ҺЕҘ БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ? Урал Батыр спектаклендә театрыбыҙың иң йәш артисыбыҙ Ислам Суфиянов Шүлгәндең бала сағын уйнай, уға ни бары 10 йәш. Әйткәндәй, Ислам — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡованың улы. Йәш Уралды башҡарыусы – 12 йәшлек Илназар Әхмәтйәнов, ул беҙҙең театрҙа барлығы 7 спектаклдә ҡатнаша.