Яңылыҡтар

Шиғриәт һәм театр: тойғоларҙың асмандарға ашҡан мәле!

27 апрель көнө театр сәхнәһендә «...Ҡыҙҙар моңо - моңо халҡымдың» тигән ҙур поэтик – музыкаль тамаша уҙҙы. Проект авторы – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев. Билдәле шағирәләр - Тамара Ғәниева, Лариса Абдуллина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Зөлфиә Ханнанова, Тамара Искәндәриә, Гөлназ Ҡотоева әҫәрҙәре һәм уларҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙары театрҙың төрлө быуын артистары башҡарҙы. Кисәнең сценарийы, һәр шағирәнең ижады айырым яҡтыртылып, шиғырҙың йөкмәткеһенән образдар, идеяһына ярашлы художестволы биҙәлеп, махсус музыка менән байытылып бик мауыҡтырғыс төҙөлгәйне һәм ошо айырым күренештәр кисәнең бер бөтөн образын тыуҙырҙы. Был образ - тыуған ил, милләт яҙмышы, тормош йәме, йәшәү асылы, бәхет һәм мөхәббәт. Кисәлә театрҙың барлыҡ ижади көстәре ҡатнашты. Шиғриәткә бындай ҙур иғтибар, артистарҙың йөрәгенә яҡын, үҙҙәрен тулҡынландырған шиғырҙарҙы бөтә күңелен һалып уҡыуҙары тамашасыны ысын мәғәнәһендә әҫәрләндерҙе, илаһи минуттар бүләк итте. Рухыбыҙ, халҡыбыҙ киләсәге хаҡында тәрән уйланыуҙары әҫәрҙәрендә ярылып ятҡан шағирәләребеҙгә күрһәтелгән оло хөрмәт тамашасыларҙы ла, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе лә ихлас шатландырҙы.

Ә башҡорт милли кейемдәрендә сәхнәгә күтәрелеп тамашала ҡатнашып киткән шағирәләр үҙҙәре лә был көндө фәрештәләргә тиң ине. Был һоҡланғыс поэтик - театраль кисә – Мәҙәниәт йылында тамашасыға ҙур бүләк булды һәм был сара театрҙың 95 йыллыҡ юбилей йылының матур бер иҫтәлеге булып тарихта ҡаласаҡ.