Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Советтар Союзы Геройы «Хыялый» (С.Әбүзәр) спектакле хаҡында

Милләттәшебеҙ, Советтар Союзы Геройы, летчик - штурмлаусы, авиация полковнигы Латипов Ҡотдос Ҡәниф улы Мәскәүҙә йәшәй. Уны Мәскәүҙә республикабыҙ ойошторған төрлө сараларҙа даими осратабыҙ. Баҫалҡы, ихлас яҡташыбыҙҙы Мәскәүҙә йәшәгән башҡорттар араһында, баш ҡалала уҡыған йәштәр араһында ла йыш күрергә мөмкин.

Уҙған шәмбелә - 8 февраль көнө Ҡотдос Ҡәниф улы театрыбыҙҙа «Хыялый» (С.Әбүзәр, реж. А.Йәнбәков) спектаклен ҡараны һәм туған телдә тамаша ҡылып күңел рәхәтлеге алыуын, артистарҙың ихлас уйынынан ҙур кинәнес табыуын белдерҙе. «Спектакль ябай, әммә тормошсан, мауыҡтырғыс»,- тине ул.

Билдәле летчик, “Витязи крылатые” исемле китаптың, «Еңел ҡанатлы «Күгәрсенем» мемуарының авторы, тыуған илде дошмандарҙан һаҡлаған бик күп башҡа һалдаттар һәм барлыҡ донъя халҡы кеүек, ер шарында тик тыныслыҡ тантана итеүен, халыҡтар бер - береһе менән аңлашып, һыйышып тыныс йәшәүен теләй. «Киләсәк һеҙҙең ҡулда. Беҙҙе еңеүгә милләттәр берҙәмлеге килтерҙе»,- ти ул йәштәргә мөрәжәғәт итеп.

«Ҡотдос Ҡәниф улы, Герой булыу нисегерәк ул?» тигән һорауға Герой, башҡорт халҡының лайыҡлы улы былай тип яуап бирҙе: үҙ илеңдең патриоты булыу, тыуған илеңде, халҡыңды сикһеҙ һөйөү, намыҫлы йәшәү. Бының өҫтәүенә, сәйәсәтте яҡшы аңлау, хәрби эште, техниканы - самолетты һәйбәт белеү, башҡаларға ярҙамға килергә һәр саҡ әҙер тороу.

Беҙ Ҡотдос Ҡәниф улына сәләмәтлек, имен тормоштар теләйбеҙ.

13 140