Яңылыҡтар

Спектаклдәрҙе «Башҡортостан» телевидениеһы фондына төшөрөү

16-сы февралдән 27-һенә ҡәҙәр «Башҡортостан» телевидениеһының профессиональ режиссерҙары етәкселегендә театрҙың бер нисә спектаклен «Башҡортостан» телевидениеһы фондына төшөрөү була. Традиция буйынса спектаклдәр тамаша барышында яҙыла.

16 февралдә «МАҠТЫМһЫЛЫУ, ӘБЛӘЙ ҺӘМ ҠАРА ЮРҒА» ( Т. Ғарипова, режиссеры- О.Ханов),

19 февраль — « АҠ ПАРОХОД» (Ч.Айытматов, режиссеры- Л. Зайкаускас),

23 февраль — « ЕР МЕНӘН КҮК АРАҺЫНДА» (Т. Ғиниәтуллин, Р. Кинйәбаев инсц., режиссеры - Г. Ильясова),

27 февраль — «БИРНӘҺЕҘ ҠЫҘ» (А. Островский, режиссеры - Олег Ханов) спектаклдәре төшөрөлә.