Яңылыҡтар

Светлана Хәкимова

14 декабрҙә туған театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисткаһы, билдәле йырсы Светлана Хәкимова үҙенең алтын юбилейын билдәләне. «Йыр ҡанатым, сәхнә- асылым...» тигән юбилей программаһы ысын – ысындан мауыҡтырғыс төҙөлгәйне. Был һис тә ғәжәп түгел, сөнки актрисаның ижад ҡанаты парлы: бер ҡанаты - театр, икенсеһе - йыр. Светлана Фәрит ҡыҙын юбилейы менән ҡотларға киң йәмәғәтселек ағзалары, театр әһелдәре, туған коллективы, коллегалары, дуҫтары һәм яҡындары килгәйне. Ғ.Камал исемендәге Татар академия театры вәкилдәренең сығышы ла кисәгә йәм өҫтәне. Ҡотларға килеүселәрҙең һәр ҡайһыһы актрисаға үҙ ихтирамын, ижадына һоҡлауын, актрисаның йырҙарына мөкиббән булыуын белдерҙе. Спектаклдәрҙән өҙөктәр, Светлана Фәрит ҡыҙының илһамланып башҡарған йырҙары бер кемде дә битараф ҡалдырманы. Сәхнә сәскәләргә күмелде.