Яңылыҡтар

«Сыңғыҙхандың аҡ болото» премьераһына тиклем — 10 көн!

21-се һәм 22-се февраль М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драмы театры сәхнәһендә яңы спектакль. С.Айытматов, Е.Баранчикованың сәхнә версияһы буйынса «Сыңғыҙхандың аҡ болото» спектакле!

Спектаклдең режиссеры — Мөсәлим Күлбаев, балетмейстер — Ирина Филиппова, рәссам — Альберт Нестеров, композитор — Урал Иҙелбаев.

Төп ролдә — Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев.
«Сыңғыҙхан — ул көслө хөкүмәт башлығы. Мин уны кешелекле яҡтан күрһәтергә тырышам. Сыңғыҙхан — ул ир ҙә, дуҫ та… Күп ҡырлы герой буласаҡ», — тине Хөрмәтулла Ғаззали улы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2002 йылда Х.Үтәшев Төрки телле театрҙарҙың «Нәүрүз» һәм 2003 йылда «АРТ-ОРДО» (Бешкәк) Халыҡ-ара фестивалендә Нурлан Абдыҡадыровтың «Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге» спектаклендәге Тимерша роле өсөн фестивалдең «Иң яҡшы ир-ат роле» призына лайыҡ була.