Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Яңылыҡтар

ТӘҮГЕ ТАПҠЫР ӨФӨЛӘ «ТОЛСТОЙ» ФЕСТИВАЛЕ

«Л.Н.Толстой мираҫы» Халыҡ-ара фонды быйыл «Толстой» V Халыҡ-ара театр фестивален үткәрә. Фестиваль Тула өлкәһенең «Ясная поляна» усадьбаһында уҙғарыла. Программала йыл һайын 20-нән ашыу театр ваҡиғалары тәҡдим ителә: спектаклдәр, читкалар, режиссер һәм актерҙар менән осрашыуҙар. Проект Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығының финанс ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.

Беҙҙең театр беренсе тапҡыр ошондай мөһим ваҡиғала ҡатнашасаҡ.

26 июнь, 18:00 сәғәттә «Толстой о людях. Люди о Толстом» (Я.Пулинович, С.Баженова) исемле яңы пьесаның читкаһы (әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу) үткәреләсәк. Режиссеры Алмас Әмиров. Рәссам — Альберт Нестеров. Музыкаль яҡтан биҙәлеш — Урал Иҙелбаев. Режиссерҙың әҙәбиәт буйынса ярҙамсыһы — Азалия Балгазина.

Актерҙар: Азат Вәлитов, Илгизә Ғилманова, Гөлмира Исмәғилева, Айһылыу Йомағолова, Артур Кәбиров, Гөлнара Ҡаҙаҡбаева, Артур Ҡунаҡбаев, Милена Сираева, Руслан Хайсаров, Гөлназ Хайсарова, Гөлнара Әмирова.

Тулыраҡ мәғлүмәт: http://bashdram.ru/news/festival-tolstoj-vpervye-v-ufe.html

Инеү бушлай. Рәхим итегеҙ!