Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-50-52
14сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
13сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
12сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
11сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
10сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
09сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
08сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
07сентябрь
«ТУҒАНЛЫҠ»
Яңылыҡтар

Төрки телле театрҙарҙың III Халыҡ-ара «Нәүрүз » театр-белем биреү фестиваль-форумы

2014 йылдың 2-8 июнендә Ҡазанда Төрки халыҡтарының III Халыҡ-ара «Нәүрүз» театр-белем биреү форум-фестивале уҙа. Форумда Германия, Греция, Колумбия, Рәсәй һәм Франциянан килгән театр сәнғәте һәм менеджменты буйынса әйҙәүсе белгестәр етәкселегендә семинарҙар, мастер-кластар һәм лекциялар тәҡдим ителә. Белгестәр араһында – Пуче Алехандро Гонсалес (Кале, Колумбия), Димитрис Тиамис (Афина, Греция), Альшиц Юрий Леонович (Берлин, Германия), Бурова Светлана (Париж, Франция), Борисов Андрей Саввич (Яҡут-Саха), Дадамян Геннадий Григорьевич (Мәскәү), Дмитриевская Марина Юрьевна (Санкт-Петербург), Мочалова Людмила Георгиевна (Санкт-Петербург), Степанова Анна Анатольевна (Мәскәү), Скоморохов Сергей Геннадьевич (Ҡазан) һ.б. бар.

«Нәүрүз» форумы – Төрки халыҡтарының “Нәүрүз” Халыҡ-ара театр фестивале етәкселеге ойошторған театраль белем биреү проекты. Форум сиктәрендә ижади эштәр 5 йүнәлештә барасаҡ: актерлык сәнғәте һәм практик режиссура; режиссура теорияһы, сценография һәм музыкаль театр; театр социологияһы, менеджмент, пиар, хоҡуҡ белеме; ҡурсаҡ театры сәнғәте; театр тәнҡите. Форум программаһында барыһы 36 семинар, 18 тренинг, 7 лекция, 5 спектакль һәм 4 мастер-класс планлаштырылған.

М.Ғафури ис. Башҡорт академия драма театрынан «Нәүрүз»дә 5 кеше ҡатнаша.