Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы үтте

Бөгөн, 18 апрелдә, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VII Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы уҙҙы. Унда фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов, театрҙың директоры Иршат Фәйзуллин, фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова, режиссер Айрат Абушахманов ҡатнашты.

«Туғанлыҡ» фестивале Өфө ҡалаһында 23 майҙан алып 30-сы майға тиклем барасаҡ. «Баш ҡаланың биш театр майҙанында 12 илдән һәм республиканан ижади коллективтар киләсәк, — тине Олег Закир улы. — Еңеүселәргә бүләктәр  стилләштерелгән тирмә формаһында».

Пресс-конференцияһынан тулыраҡ мәғлүмәт бында.