Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры
Театр кассаһы: (347) 272-35-33(347) 273-70-52
Туғанлыҡ

ТӨРКИ ТЕЛЛЕ ТЕАТРҘАРҘЫҢ «ТУҒАНЛЫҠ» ХАЛЫҠ-АРА ФЕСТИВАЛЕНӘ БАҒЫШЛАНҒАН ПРЕСС-КОНФЕРЕНЦИЯҺЫ ҮТТЕ

Бөгөн, 16 август «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-залында Төрки телле театрҙарҙың «Туғанлыҡ» VI Халыҡ-ара фестиваленә бағышланған пресс-конференцияһы уҙҙы. Унда Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры художество етәксеһе, фестивалдең директоры Олег Ханов, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры, 2012 йылда үткән «Туғанлыҡ» фестивале лауреаты Азат Йыһаншин, Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы председателе вазифаһын башҡарыусы Хөрмәтулла Үтәшев ҡатнашты.

«Фестиваль Өфө ҡалаһында 7 сентябрҙән алып 14ә тиклем барасаҡ. Баш ҡаланың дүрт театр майҙанында 11 илдән һәм республиканан ижади коллективтар киләсәк, — тине Олег Закир улы. — Еңеүселәргә бүләктәр күптән инде әҙер. Улар стилләштерелгән тирмә формаһында. Авторы — билдәле керамист, скульптор Виталий Николаев. Тирмә – ул төрки халыҡтарының йәшәйешенең үҙәге булып тора, тыуған йорт, шуға ла фестивалдең төп бүләге тап тирмә формаһында махсус эшләнде», — тип аңлатты Олег Ханов.

«Туғанлыҡ»ты 7 сентябрь көнө Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының «Антигона» спектакле асып ебәрә. Спектаклдәрҙән тыш фестиваль сиктәрендә Мәскәү театр тәнҡитселәре Игорь Овчинников һәм Марина Давыдованың лекциялары, Рәсәй театрҙар эшмәкәрҙәре союзының вәкилдәре менән түңәрәк өҫтәл, артистар ҡатнашлығында этно-концерт үтәсәк. 9 сентябрь Башҡортостан театр эшмәкәрҙәре союзы Ҡырмыҫҡалы районында оло Театраль йыйын ойоштора. Шулай уҡ 11 сентябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Төрки телле театр һәм мәҙәниәттәр диалогы» халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференция буласаҡ. Уға махсус ҡунаҡ саҡырылған:  Голдсмит университеты профессоры Мария Шевцова (Лондон, Бөйөк Британия).

    DSC_4123_ejw_1280 DSC_4121_ejw_1280  DSC_4109_ejw_1280